Социаль мәсьәлә
28 Ғинуар 2022, 11:00

Һәр ата-әсә үҙе хәл итә

Балаларҙы "Спутник - М" менән вакцинациялау мәсьәләһе һәр кемде борсой. Республиканың Баш педиатры Людмила Семавинаның ошо хаҡтағы һәм башҡа һорауҙарға яуаптары - түбәндәге яҙмала.

Һәр ата-әсә үҙе хәл итәҺәр ата-әсә үҙе хәл итә
Һәр ата-әсә үҙе хәл итә

12 йәштән 18 йәшкә тиклемгеләргә “Спутник М” вакцинаһын эшләй башланылар.

28 ғинуар иртәһенә ҡарата 172 бәлиғ булмаған кеше прививка яһатҡан. Был хаҡта Башҡортостандың Баш педиатры Людмила Семавина “Башинформ” агентлығына хәбәр иткән. Тап уның ҡатнашылғында “РБК-Өфө” каналында 27 ғинуарҙа “Балалар вакцинацияһы” тигән темаға тапшырыу ойошторолдо. Уны Рауил Ватолин алып барҙы.  

Сарала онлайн бәйләнешкә Рәсәй вирусологы, медицина фәндәре докторы, Н.Ф. Гамалея исемендәге Эпидемиология һәм микробиология ғилми-тикшеренеү институты профессоры Анатолий Альштейн, Рәсәйҙең Биотехнологтар йәмғиәте вице-президенты, Рәсәй Федераль медицина-биология агентлығының  Санкт-Петербург вакциналар һәм сывороткалар институтының экс-директоры урынбаҫары Игорь Красильников, Милли ата-әсәләр ассоциацияһының үҫеш буйынса директоры Марианна Шевченко, Асыҡ мәғлүмәттәр аналитигы Александр Драган ҡатнашты.

“Башҡортостанда үҫмерҙәрҙе вакцинациялай башланылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар араһында коронавирус инфекцияһы менән сирләүселәр ҙә байтаҡ. Улар нисек сирләй? Вакцинация нисек бара?”. Тапшырыуҙы алып барыусының ошо һәм башҡа һорауҙарына Башҡортостандың Баш педиатры Людмила Семавина: “Коронавирус инфекцияһының беренсе тулҡынында ковидтың бала организмына йоғонтоһон һиҙмәнек. Был ваҡытта балаларҙың сирләү кимәле түбән ине. Улар ауырыманы тиерлек, әгәр бындай осраҡтар теркәлһә лә, сир билдәләре күренмәй ине, - тип белдерҙе. – Хәҙер – сирҙең бишенсе тулҡыны һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларҙың күпләп ауырыуын күрәбеҙ. Барлыҡ мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында балалар араһында ковид менән сирләү осраҡтары теркәлә. Омикрон менән дә “таныша башланыҡ”. Һәр осраҡта баланың сирләүе – организм өсөн стресс. Омикрон вирусының  тәүге тикшеренеүҙәре бар, уҡыйбыҙ, күрәбеҙ. Әммә бер кем дә бала еңел формала сирләр, тип раҫлай алмай. Әгәр ул ниндәйҙер ауыр сир менән сирләһә, ковидтың ауыр үтеүенә юлығыуы бар - госпитализация, реанимация талап итеүе ихтимал...”

Республиканың Баш педиатры заман зәхмәте менән күпләп сирләүҙәре һәм шуға вакцинация кәрәклеге хаҡында белдерҙе. “Беҙ вакцинацияны башланыҡ. Кисә ул башланды, иртән 50-нән ашыу бала вакцинацияланды (Тапшырыу 27 ғинуарҙа булды! – Автор). Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был ирекле рәүештә үткәрелә, мотлаҡ шарт – ата-әсәләрҙең үҙ ирке менән прививка эшләтеү тураһында рөхсәт биреүе. Өҫтәмә рәүештә үҙ иркең менән прививка яһатыу гарантияһы булараҡ, ата-әсәләр балаһының ковидҡа ҡаршы вакцина эшләтеүе тураһындағы ғариза тултыра.

Людмила Семавина “Спутник-М” вакцинаһының билдәле булыуы, уның күп кенә илдәрҙә ҡулланылыуы, балаларына йәшенә ҡарап адаптацияланыуы һәм башҡалар хаҡында ла белдерҙе.

Республиканың Баш педиатры шулай уҡ вакцинациялау алдынан педиатрҙың баланы ҡарауы мотлаҡ шарттарҙың береһе булыуы хаҡында әйтте. Тап ул баланың һаулығын тикшерәсәк һәм һаулығына ҡаршы күрһәтмәләр бармы-юҡмы икәнлеген асыҡлаясаҡ. Өҫтәүенә, бала йәшенә лә иғтибар ителә: вакцинациялау 12 йәштән башлана. Икенсенән, аллергик сирҙәре булыу-булмауы – иғтибар үҙәгендә. Өсөнсөнән, ҡаты инфекция процестары теркәлеү-теркәлмәүе тикшерелә. Һәр осраҡта вакцинациялауға рөхсәтте табип бирә. Был – һәр вакцинация алдынан мотлаҡ үтәлер шарт.

Людмила Семавинаның белдереүенсә, вакцина эшләткәндәр – һау ҡыҙҙар һәм малайҙар. Уларҙың ата-әсәһе үҙ ирке менән балаһына вакцина эшләтеү тураһында ҡарар ҡабул иткән.

 “Беҙ был вирус менән, грипп кеүек, аҙаҡ та йәшәйәсәгебеҙҙе аңлайбыҙ. Һөҙөмтәлә планлы вакцинациялауға килербеҙ, тип уйлайым” – тине тапшырыуҙа Людмила Семавина.

Тапшырыуҙы алып барыусы Рауил Ватолиндың: “Прививканы эшләтергәме, юҡмы? Эйеме? Юҡмы?”  тигән  аныҡ һорауына: “Эйе”, - тип яуап бирҙе Баш педиатр.

Фото: ufardkb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас