

Асыҡ мәғлүмәттәр аналитигы Александр Драган 27 ғинуарҙа “РБК-Өфө” каналында “Балалар вакцинацияһы” темаһына арналған тапшырыуҙа түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.
“Вакцинациялау проценты күберәк кеүек, тик хәҙер омикрон менән сирләүселәр ҙә артты. Ҡабаттан ауырыусылар бар”, - тине ул. Алып барыусы Рауил Ватолиндың “Балаларҙың сирләүе ниндәй тулҡынға килтереүе ихтимал? Башҡортостанда, дөйөм алғанда, тотош илдә сирләү осраҡтары нисек?” тигән һорауына шулай яуап бирҙе: “Балалар коронавирусты еңелерәк үткәрә, дауаханаларға эләкмәй тиерлек, улар араһында ниндәйҙер ауыр осраҡтар юҡ, тип иҫәпләнә ине. Хәҙер хәл үҙгәрә, илдең барлыҡ төбәктәрендә тиерлек балаларҙы госпитализациялау, педиатрия бүлексәләрендәге койкаларҙың етешмәүе һәм башҡалар күҙәтелә. Шулай итеп, омикрон был хәлде үҙгәртә”.
Сит илдәге омикрон менән бәйле хәлдәр тураһында ла һөйләне аналитик. “Омикрон пигын үткәргән сит илдәр практикаһына күҙ һалһаҡ, улар балаларҙың госпитализацияһына осраны. Мәҫәлән, АҠШ-та бындай хәлдәр бер нисә тапҡырға артты. Бөйөк Британияла төрлө йәштәге балаларҙы дауаханаға һалалар, Францияла, Көньяҡ Африкала был йәһәттән рекордтар теркәлде, - тине Александр Драган. - Әле Данияла хатта омикрондың икенсе тулҡыны бара. Унда ғинуарҙың өсөнсө аҙнаһына 11 мең бала дауаханала булып сыҡты. Рәсәйҙә лә ҡайһы бер төбәктәрҙә сирләгәндәр артты. Мәҫәлән, Мәскәүҙә ковид менән госпиталдәргә урынлаштырыуҙың тәүлегенә 120 тирәһе осрағы теркәлә. Хәҙер госпиталдәргә һалынғандар араһында балалар 10-12 прцент тәшкил итә. Новосибирск, Волгоград өлкәләрендә, Санкт-Петербургта ошондай хәлдәрҙе күрәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күренеүенсә, бындай хәл, дөйөм алғанда, илде, шул иҫәптән Башҡортостанды ла көтә”.
Фото: Александр Драгандың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.