Социаль мәсьәлә
28 Ғинуар 2022, 17:15

“Тап уларҙың фекере ышандырырлыҡ буласаҡ”

Балағыҙға вакцина эшләүҙе планлаштыраһығыҙмы?

“Тап уларҙың фекере ышандырырлыҡ буласаҡ”“Тап уларҙың фекере ышандырырлыҡ буласаҡ”
“Тап уларҙың фекере ышандырырлыҡ буласаҡ”

Ата-әсәләр милли ассоциацияһының үҫеш буйынса директоры Марианна Шевченко онлайн форматта 27 ғинуарҙа “РБК-Өфө” каналында “Балалар вакцинацияһы” темаһына арналған тапшырыуҙа ҡатнашты.

Алып барыусы Рауил Ватолин ата-әсәләрҙең вакцина тураһындағы фекерҙәрен белеште. “Кисә тапшырыуға әҙерләнер алдынан социаль селтәрҙә ата-әсәгә ошо һорауҙарҙы бирҙем. “Балағыҙға вакцина эшләүҙе планлаштыраһығыҙмы тигән һорауға бөгөн иртән мәғлүмәттәр алдым. 24 процент - ыңғай, ә 76 процент кире яуап биргән, - тине Марианна Шевченко. - Өлкәндәрҙең прививка эшләтеүе хаҡындағы мәғлүмәтте белдем: 67 процент. Тик уларҙың 24 проценты ғына балаһына ла яһатырға теләй. Был тәү сиратта ата-әсәнең билдәһеҙлектән һаҡланыуын күрһәтә. Өҫтәүенә, ошо хәл медицинаға ҡағылһа. Эҙемтәләр, реакциялар хаҡындағы билдәһеҙлек борсой уларҙы. Үҙ иркең менән һайлау хоҡуғы һәр саҡ бар тигәндә, ата-әсәләр эшләргәме, юҡмы тигән аныҡ ҡарарға киләсәк”.

Ата-әсәләр милли ассоциацияһы етәксеһе булараҡ, ул шулай яуап бирҙе: “Балаһын прививкалау тураһындағы ҡарар – ата-әсәнең хоҡуғы, бер ҡасан да үҙ фекеребеҙҙе көсләп таҡмаясаҡбыҙ. Мәсьәлә - был эшкә эксперттарҙы йәлеп итеү. Тап уларҙың һүҙе ышандырырлыҡ буласаҡ. Ошо осраҡта ата-әсә үҙ фекерен белдерәсәк”.

Фото: nra-russia.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас