Социаль мәсьәлә
31 Ғинуар 2022, 05:30

Бала саҡтан табип булырға теләгән

23 йыл эсендә 100-ләгән операция эшләгән.

Бала саҡтан табип булырға теләгәнБала саҡтан табип булырға теләгән
Бала саҡтан табип булырға теләгән

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге менән Башҡортостан юлдаш телеканалы берлектә алып барған “Ғорурланырға сәбәп бар” проектында республикабыҙҙың лайыҡлы кешеләре һәм уларҙың эштәре хаҡында бәйән ителә.

Проекттың сираттағы геройы - Туймазы үҙәк район дауаханаһы табип-хирургы, хирургия бүлексәһе мөдире Илдар Исхаҡов. Ул бала саҡтан табип һөнәрен һайларға теләгән, өлкән кластарҙа белем алғанда ошо дауаханала санитар булып эшләгән. Ә университетты тамамлағас, табип-хирург булып эшләй башлаған.

23 йыл эсендә медик 100-ләгән операция эшләгән, коронавирус пандемияһы башланғас, ковид-госпиталь мөдире вазифаһын атҡара, сирлеләргә табип-реаниматолог вазифаһында ярҙам иткән.

Пандемия осоронда фиҙакәр хеҙмәте өсөн Илдар Исхаҡов Рәсәй  Президентының Рәхмәт хатын алып ҡыуана.

 

Фото: “Башинформ”.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас