

Поликлиникалағы сираттар, Өфөләге, Салауаттағы, Стәрлетамаҡтағы һауа – һуңғы ваҡытта тап ошо темалар Башҡортостанда көнүҙәк. Уларҙы Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге мәғлүмәт системалары эләктерә, ошо темалар буйынса 112 номеры буйынса шылтыраталар. Бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуында һүҙ ошо хаҡта барҙы.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, һәр элекке хәрбиҙәр кеүек, һүҙҙе ҡыҫҡа һәм аныҡ тотто. Һуңғы өс йылда уның телефонына 112 номеры буйынса 7 миллион шылтыратыу килгән – көн һайын 6 меңдән ашыу мөрәжәғәт. “112” һанын ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында кеҫә телефонының блокировкаланған клавиатураһында, шулай уҡ иҫәптә аҡса булмаған осраҡта һәм хатта телефонға симкарта ҡуйылмаған саҡта ла йыйырға мөмкин. Номер тотош республика буйлап ғәмәлдә.
Берҙәм дежур-диспетчер системаһы сигналды ҡабул итә һәм кәрәкле хеҙмәткә - янғын һүндереүселәргә, ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенә, ҡотҡарыусыларға, полицияға еткерә. “112” системаһы операторҙары абонент номерын асыҡлай һәм уның ҡайҙалығын электрон картала күрә. Хатта шылтыратыу өҙөлгән осраҡта ла операторҙар теркәй һәм эшкә ала.
Әйткәндәй, “112” рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендә “һөйләшә”. Халыҡ-ара фәнни, мәҙәни, спорт саралары ваҡытында – француз, немец, испан һәм ҡытай телдәрендә.
Көн һайын сменала – 12 диспетчер, психолог һәм программист. Тағы “112” мобиль ҡушымтаһы эшләнә.
112 һанын домофон аша саҡырып була. Быны әлегә Өфөлә, Белоретта, Нефтекамала, Туймазыла, Стәрлетамаҡта эшләргә мөмкин, әммә артабан башҡа ауылдарҙа, ҡалаларҙа ла буласаҡ.
Өфөлә һәм Нефтекамала “аҡыллы туҡталҡа”ларҙы 112 системаһына тоташтырасаҡтар.
Хәҙер Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге статистикаһына килгәндә, 30 ғинуарҙа, йәкшәмбелә, һаулыҡ һаҡлау буйынса мөрәжәғәттәр күберәк (232) теркәлгән. Коронавирус буйынса шылтыратыуҙар айырым ҡабул ителә (152).
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, коронавирус инфекцияһы буйынса “112” берҙәм линияһы һәм ковидҡа ҡаршы хәл үҙәгенең күп каналлы 8(347) 218-19-19 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Тулыраҡ – видеола: