Социаль мәсьәлә
2 Февраль 2022, 08:00

Аҙна уртаһында... туй

Был хаҡта республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетында белдергәндәр.

Аҙна уртаһында... туйАҙна уртаһында... туй
Аҙна уртаһында... туй

Бөгөн матур датала – 2.02.2022 – Башҡортостанда 100 пар никахҡа инәсәк, Өфөлә 43 пар туй үткәрәсәк. Тап бына ошондай матур көндәрҙә никах үткәреү – бәхетле тормош нигеҙе, тип иҫәпләй йәштәр. Шуға аҙна уртаһы булһа ла, никахтар һаны арта.

Февралдә тағы ошондай дата бар – 22.02.2.22 – был көндө республикала 332 пар никахҡа инмәксе. Ә шулай ҙа психологтар йәштәргә календарь датаһына түгел, бер-береһенең хистәренә иғтибарлыраҡ булырға кәңәш бирә.

Фото: u74.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас