

Ике йылдан ашыу барған яңы коронавирус пандемияһының әлегә осо-ҡырыйы күренмәй. Бары күҙаллауҙар нигеҙендә генә уның ҡасан беҙҙе ташлап китеүе ихтималлығын фаразлайбыҙ, яҡшыға өмөт итәбеҙ. Нисек кенә булмаһын, ғалимдар фекеренә таянып, сиргә ҡаршы коллектив иммунитет тыуҙырмайынса был мәкерле, хәйләкәр вирустан ҡотолоу әмәле юҡ. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, Рәсәйҙә донъяла тәүгеләрҙән булып коронавирус инфекцияһынан тәьҫирле вакцина уйлап табылыуына ҡарамаҫтан, прививка яһатыу темпы төрлө сәбәптәр арҡаһында һүлпән барҙы.
Башҡа илдәрҙә вакцина яһатыу 80-90 процентҡа еткәндә, беҙ күпкә артта ҡалдыҡ, һуңлабыраҡ булһа ла, эште йәнләндереү өсөн ҡәтғи саралар күрелде.
Республикабыҙ төбәктәрендә лә ул бер тигеҙ, шыма ғына барманы. Лидерҙар менән бер рәттән, вакцина яһатыу барышын тотҡарлаған райондар ҙа бар. Был хәлдең сәбәптәре һәр ерҙә лә етерлек, ә бына пандемияға ҡаршы көрәштең алғы һыҙығында барған тәүге звено хеҙмәткәрҙәренә халыҡты сирҙән, уның ауыр эҙемтәләренән һаҡлау өсөн, прививка яһатыуҙан тыш, аңлатыу эштәрен дә бергә алып барырға тура килә.
Илеш үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, былтыр май айына тиклем эш бик көсөргәнешле булған. Ойошмалар һәм предприятиеларҙа сирҙең таралыуына юл ҡуймау өсөн ашығыс саралар күрелгән, прививка кампанияһы киң йәйелдерелгән. Район эпидемиологы Мәхмүт Ғабдрафиҡов әйтеүенсә, вакцина яһатыу буйынса билдәләнгән пландан бер аҙ тайпылыуҙың сәбәбе – өйҙә ултырған халыҡтың прививка ҡаҙатыуҙан ситләшергә тырышыуында. Ойошма һәм предприятиеларҙа эшләгәндәрҙең 97 проценты вакцина яһатҡан.
– Ә бына өлкән йәштәгеләр менән эшләү, уларҙы коронавирустан һаҡланыу сараһына йәлеп итеү анһат булманы. Ҡайһы берҙәре, балаларының прививка яһатыуға ҡаршы булыуҙарын белдереп, уларҙың ризалыҡ бирмәүенә һылтана, бәғзеләре ишектәрен дә асмай… Күсмә мобиль пункт ауылдар буйлап йөрөнө, участка терапевтары шәфҡәт туташтары менән берлектә халыҡ араһында вакциналарҙың хәүефһеҙлеге, уларҙың организмға нисек тәьҫир итеүе, илдәге эпидемиологик хәл тураһында ҙур аңлатыу эше алып барҙы.
– Һеҙгә тағы ла ике меңдән ашыу кешегә прививка яһау бурысы йөкмәтелгән…
– 10 февралгә тиклем планда ҡаралған күрһәткескә өлгәшеү өсөн медицина хеҙмәткәрҙәренең ауылдар буйлап йөрөүе, абруйҙарына һәм белемдәренә таянып, халыҡты вакцина яһатыуға күндереүе, аңлатыу эшен киң йәйелдереүе кәрәк. Кешеләр ҙә ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәрҙән, уйҙырмаларҙан арына барғандай, һуңғы ваҡытта прививка яһатыуға ыңғай ҡараш һиҙелә, быға үкенесле үлем осраҡтары, ғаиләләр кисергән фажиғәләр ҙә, матбуғат сараларының, белгестәребеҙҙең киң аңлатыу эштәре йәйелдереүе лә булышҡандыр, тип уйлайым.
…Терапевт Фәйрүзә Ғәфүрова бөгөн төшкә тиклем 15 кешене ҡабул иткән, күбеһе ревакцинацияға килгән.
– Кешеләр хәҙер аңлы рәүештә, үҙҙәре теләгән вакцинаны яһатырға килә. Мәғлүмәт күп, ысынбарлыҡты үҙ күҙҙәре менән күреп баһалайҙар, яҡындарының һаулығы, ғүмере өсөн хафаланалар. Әлегә тиклем бер кемдең дә прививканы ауыр үткәргәндәрен күрергә яҙманы. Үҙҙәре теләп беҙгә мөрәжәғәт иткәндәрҙең күбеһе башҡаларҙы артынан эйәртә, таныштарын да вакцина яһатырға өгөтләй.
Терапевт бүлмәһенә ингән Эльвир атлы егет тә бөгөн “Спутник V” вакцинаһының тәүге компонентын ҡаҙатты. Ул тәүҙә был эшкә әһәмиәт бирмәгәнен, республикала эпидемиология саралары ҡәтғиләнә башлағас, өҫтәүенә “омикрон” штамының Рәсәйгә лә килеп етеүен белгәс, тамам “өлгөрөп етеүен”, икеләнеүҙәрҙән арыныуын белдерҙе. Район табиптары эш шарттарына зарланмай, поликлиника ла, ҡорамалдар ҙа яңы, кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ. Медицина хеҙмәткәрҙәренең 98 проценты вакцина яһатҡан. Пандемия осоронда уларҙың 161-енә сирҙе үткәрергә тура килгән.
Ҡаты сирлеләрҙе Зубовтағы госпиталгә йә иһә Өфөләге 18-се дауаханаға махсус транспортта илтәләр. Күсмә мобиль пункт бөтә тейешле ҡорамалдар, һыуытҡыс менән тәьмин ителгән.
Көнө-төнө “коронавирус” телдән төшмәһә лә, кеше ғүмеренә хәүеф янаған башҡа сирҙәрҙең барлығы ла билдәле. Хроник сирҙәрҙән яфаланғандар, дауаға мохтаждар район биләмәһендә етерлек. Участка терапевы Гөлнара Нуриманова пациенттарҙы ҡабул иткәндән һуң саҡырыуҙар буйынса өйҙәргә юллана, “хроник сирлеләрҙе, инвалидтарҙы йорттарында күҙәтәбеҙ, дауа билдәләйбеҙ, эш күләме байтаҡҡа артты, документтарҙы тултырыу ҙа байтаҡ ваҡытты ала”, ти ул. Утыҙ йылдан ашыу ғүмерен яҡташтарының сәләмәтлеген һаҡлауға биргән Гөлнара Назимбәк ҡыҙы һәр пациентты исемләп белә, хәл-торошон күҙәтә, кәрәк булһа, “ҡыҙыл зона”ға ауырыуҙарға ярҙамға ашыға.
Рентгенолог Наил Хәйбрахмановтың үткер күҙҙәре аша көн һайын пациенттарҙың әллә күпме рентген һүрәттәре үтә. Кемделер баш ауырыуы, кемделер гайморит йонсота. Үпкә сирлеләр күп. “Һанлы рентген аппараттары алыныуы эштең сифатын яҡшыртты. Һүрәттәр аныҡ булғас, диагноз ҡуйыу ҙа еңелләште. Ҡырҡ йыл эш дәүерендә пленкаға ҡарап, диагноз ҡуйырға тырышһаҡ, хәҙер табипҡа дөрөҫ диагноз ҡуйыу өсөн ышаныслы ярҙамсы бар.
Эш күләме рентгенологтар өсөн икеләтә-өсләтә артты. Мәҫәлән, 1985 йылда 4,5 мең сирҙе һүрәтләп, диагноз ҡуйырға тура килһә, былтыр 16 мең рентген тикшереүе үткәрҙек.
Бөтә эш компьютерҙа башҡарылһа ла, документтарҙың ҡағыҙ варианттарын тултырыу ҙа ғәмәлдә бит әле, – ти дауахананың тәжрибәле рентгенологы Наил Хәйбрахманов. – Алмашҡа эштең нескәлектәрен өйрәнергә тырышҡан, төплө, белемле йәштәрҙең килеүен көтәм”.
Аҡыл эйәһенең: ”Ихтыяр һәм өмөт – ауырыу-сырхауҙарға ҡаршы ун дарыу” тигән ҡанатлы һүҙҙәрен хуплап, Илештең һаулыҡ һағында торған тәүге звено хеҙмәткәрҙәренә, аҡ халатлы фәрештәләренә сабырлыҡ, һаулыҡ теләйбеҙ.
Динә АРЫҪЛАНОВА.
Илеш районы.