

“Пансионатҡа килеп инеү менән тупһанан уҡ: “Минең менән ауылға йәшәргә китергә теләүселәр бармы?!” – тип һөрәнләнем. Ышаныслы тауыш менән яңғыраған “Мин!” тигән яуапты ишеттем.
Зөләйлә Фарси ҡыҙына 66 йәш. Санкт-Петербургтан ҡайтҡас, яҡындағы ауылдағы йортон һата ла Түбәнге Маншыр ауылынан өй һатып ала. Пенсионерҙарҙы колхозға эшкә алмайҙар. Был осраҡта әүҙем, көсө ташып торған ҡатын нимә эшләргә тейеш? Файҙа ла, күңел тыныслығы ла килтерәсәк эш табып, яҙмышты үҙ ҡулыңа алыу – иң дөрөҫ юл. Хәҙер уның йорто – туғандары баш тартҡан оло йәштәге өс кешене һыйындырған урын. Республикала әлегә бындай батырсылыҡҡа барған берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ ул.
– Мин уларҙы килем өсөн тәрбиәгә алғанымды йәшермәйем, — тип асыҡтан-асыҡ һүҙ башланы әңгәмәсем. — Ноябрҙә 22 мең һум эш хаҡы алдым. Өҫтәүенә, пенсия килеп тора.
“Башҡортостанда оло йәштәге граждандар һәм инвалидтар өсөн патронат ғаиләләре тураһында” Закон нигеҙендә өлкәндәрҙе, шулай уҡ балалар йорттарынан балаларҙы тәрбиәгә алыу мөмкинлеге бар. Әммә Зөләйлә ханымды был мөмкинлекте үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыуҙа ғәйепләргә тел әйләнмәй. Ул ҡараған ҡарттар таҙа кейенгән, бер нәмәгә лә мохтаж түгел, тәмле итеп ашата. Ябай, изге тәбиғәтле ҡатын, иртә таңдан тороп, өй тирәләй эшен атҡарып ҡуя. Изге күңелле, бөтмөр хужабикә ҡарауға алған ҡарттарҙың пенсияларын фәҡәт үҙҙәренә тотона. Йәйен бройлерҙар ала, өйрәк һәм ҡаҙҙар көтә; кәзәһе бар. Ҡарауға алған ололарҙы ит, һөт, йомортҡа менән һыйлай. Баҡсаһында үҫтергән емеш-еләк, йәшелсәне ҡышҡылыҡҡа етәрлек итеп әҙерләп ҡуя.
Ололар тышҡа йөрөмәһен өсөн, ҡоҙоҡ ҡаҙытып, бәҙрәф тә эшләткән.
Зөләйлә апай билдәләнгән көндә уның янына киләсәгебеҙҙе белә ине, әммә ниндәй ваҡытта икәнен теүәл әйтә алманыҡ. Беҙҙе Камчатканан ялға ҡайтҡан улы ҡаршы алды. Ул әсәһенең ҡарарын тулыһынса хуплай һәм ҡулдан килгәнсә ярҙам итә. Ололарҙы ашатҡан мәлгә килеп етеп, улар өсөн ҡыуанып ҡуйҙыҡ. Хужабикә уларға яңы киҫелгән һалманан боҫрап торған аш бүлеп бирҙе. Икмәкте лә үҙе һала, компоттар ҡайната.
Мирзахан Хәтмуллиндың был йортта йәшәүенә биш йыл. Тәүҙә уға өс тапҡыр ҡунаҡҡа килә, һуңынан был хәстәрлекле ҡатындың өйөндә яҡшыраҡ буласағын аңлап, тороп ҡалырға ҡарар итә. Ә ошо йылдың сентябрендә уға Муса Нафиҡов менән Рәйес Ғүмәров та ҡушыла.
Улар күсенер алдынан хужабикә һыйыр һатып алған.
– Карантин булғанға күрә, кандидаттар менән ҡойма аша ғына һөйләштек. Береһе йортома ныҡ эләгергә теләне һәм бик ярарға тырышты. Баҡһаң, элекке енәйәтсе икән. Уны үҙемә алып ҡайтырға ҡурҡтым...
Өйҙәгеләр вирустан ҡурҡа. Лимонды киҫәктәргә бүлеп, өҫтәлдә тоталар, һарымһаҡ ашайҙар, вирусҡа ҡаршы препараттары бар — ҡарттар ихатанан урамға сыҡмай тиерлек. Әммә ҡайһы саҡ Дүртөйлөгә барырға, дауаханаға күренеп торорға кәрәк. Бының өсөн Зөләйлә ханым һәр саҡ такси ялларға мәжбүр.
Мирзахан бабай хужабикә бәйләгән ойоҡбаштарҙы ярата. Тиҙҙән юбилейын ҡаршыларға йыйына. Инвалид коляскаһында йөрөгән Муса көн дә күнегеүҙәр эшләй. Хыялы – яҙға атлап китеү. Нефтекама интернатында уҡыған, шахмат менән шөғөлләнгән.
Рәйестең кәүҙәһен яртылаш фалиж һуҡҡан, телмәре насар. Йәй балыҡ тоторға йөрөй, ҡышын телевизор ҡарап үткәрә.
— Минең өсөн кемделер тәрбиәгә алыу мөһим ине. Ҡыйын түгел, хатта күңелгә тыныс булып ҡалды, — ти Зөләйлә ханым. — Һәр кемдең, әлбиттә, үҙ холҡо бар, ҡартлыҡ һәм ауырыуҙар эҙ ҡалдыра. Улар камил түгел, етешһеҙлектәре етәрлек, әммә аңлашып йәшәргә тырышабыҙ.
Бабайҙарҙың береһенең һеңлеләре бар. Улар Зөләйлә ханымдан ағайҙарының документтарын һәм пенсияһының бер өлөшөн һалып барыуҙы талап итә. Йәнәһе лә, ул үлгәс, мәрмәр таҡтаташ ҡуйҙырыу өсөн, әммә ошо ваҡыт эсендә уны бер тапҡыр ҙа килеп күрмәгәндәр. Эштәре күп. Балалары менән дә бәйләнеш өҙөлгән.
Икенсеһенә улы даими рәүештә килеп китә. Күстәнәстәр алып килә, әммә уның ҡатыны ҡайныһын алып ҡайтып ҡарауҙан баш тарта.
Өсөнсөһөнөң ике һеңлеһе иҫән, ҡатыны һәләк булған. Улына 42 йәш, әммә уны дүрт йыл күргәне юҡ. Атаһының бында йәшәгәнен дә белмәй...
Яҡындары һәм балалары тураһында һөйләгәндә, бабайҙарҙың күҙенә йәш тула. Тормоштарының ҡайһы һикәлтәһендә яңылыш аҙым яһағандарҙыр, хәҙер үҙҙәре лә теүәл генә әйтә алмай.
Гүзәл ИБРАҺИМОВА.
Дүртөйлө районы.
Ленара ИВАНОВА, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры:
– Беҙҙең республикала оло йәштәге һәм инвалид граждандарҙы тәрбиәгә алыуҙың яңы формаһы – “тәрбиәгә алған ғаилә” тигән ысулы тормошҡа ашырыла, ул Башҡортостан Республикаһының 2016 йылдың 2 декабрендә ҡул ҡуйылған “Башҡортостан Республикаһында оло йәштәге һәм инвалид граждандарҙы тәрбиәгә алған ғаиләләр тураһында” Законы менән көйләнә. Закон оло йәштәге һәм инвалид граждандарҙың көнкүреш сифатын яҡшыртыуға, уларҙы өйҙә даими ҡарауға, социаль яңғыҙлыҡты иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.
Интернатта пенсионерҙарға һәм инвалидтарға ярҙам итеү, патронат ғаиләгә түләгән пособиеға ҡарағанда, өс тапҡырға ҡиммәтерәк. Әммә шул уҡ ваҡытта ғаиләлә йәшәү күпкә уңайлыраҡ һәм күңеллерәк булып сыға. Ҡарттар йортона ҡарағанда, ғаиләлә йәшәү яҡшыраҡ бит – бында шундай уҡ алым.
Тәрбиәгә алынған граждандың 75 процентҡа тиклем пенсияһы ғаилә бюджетына күсә, 25 проценты иһә пенсионерҙың үҙенә күсерелә. Ҡарауға алған патронат ғаилә ай һайын отчет бирергә тейеш. Оло йәштәгеләр өсөн ҡарауға алыусыларҙы һәм ғаилә ағзаларына кандидаттарҙы республика социаль хеҙмәтләндереү үҙәге, ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам үҙәктәре һайлай. Шул уҡ ваҡытта бер ғаиләгә өс кешенән артыҡ кеше алырға ярамай. Йәнә пенсионер менән ҡарауға алған кеше туған булырға тейеш түгел.
Ҡарауға алған ғаилә ай һайын 6200 һум аҡсалата пособие алырға хоҡуҡлы. Оло кеше 80 йәштән артһа йәки беренсе төркөм инвалиды булһа, түләү 30 процентҡа арттырыла, дөйөм алғанда, 8 мең һумдан ашыу тәшкил итә.
Ольга КОТЕЛЬНИКОВА, Республика социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры:
– Патронат ғаилә – оло йәштәгеләр һәм инвалидтар менән эшләүҙең яңы формаһы. Бында уны үҙенән күпкә йәшерәк кешеләр тәрбиәләй, улар менән үҙен ышаныслыраҡ тоя, был уның һаулығына ыңғай йоғонто яһай.
Башҡортостанда 2017 йылдан оло йәштәгеләр өсөн 200-ҙән ашыу патронат ғаилә булдырылған. Оло йәштәге яңғыҙ кешене йәки инвалидты ҡабул итергә теләүселәр психологик яраҡлылыҡ һәм әҙерлек курсы үтергә тейеш. Бынан һуң ҡарауға алыусылар менән килешеү төҙөлә.
Патронат ғаиләлә булыу мөҙҙәте, ике яҡтың да теләгенә ҡарап, бер айҙан бер нисә йылға тиклем дауам итә ала.