Социаль мәсьәлә
7 Февраль 2022, 13:30

Эш эҙләһәгеҙ... “Аркада” йәрминкә үткәрә

Сарала ҡатнашыу өсөн ҡала һәм райондарҙан Стәрлетамаҡҡа килеүҙең кәрәге юҡ, видеотапшырыу ойошторола.

Эш эҙләһәгеҙ... “Аркада” йәрминкә үткәрәЭш эҙләһәгеҙ... “Аркада” йәрминкә үткәрә
Эш эҙләһәгеҙ... “Аркада” йәрминкә үткәрә

8 февралдә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Көньяҡ-көнсығыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә (Карл Маркс урамы, 101) “Аркада” етештереү берекмәһе өсөн район-ара онлайн вакансиялар һәм уҡыу урындары йәрминкәһе үткәрелә. Ҙур холдинг – “Эш кейеме комбинаты” составына ингән “Аркада” күптән түгел “Алға” махсус иҡтисади зонаһында тегеү производствоһы асҡайны.  

Вакансиялар йәрминкәһенә Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, ҡалаларындағы, Ауырғазы, Әлшәй, Ғафури, Стәрлетамаҡ һәм Стәрлебаш райондарындағы эшһеҙҙәр, эш эҙләгән кешеләр саҡырыла. Улар өсөн “тегеү ҡорамалы операторы” һөнәре буйынса бушлай уҡыу ойошторола, артабан ошо предприятиела эш тәҡдим ителә.

Сарала ҡатнашыу өсөн ҡала һәм райондарҙан Стәрлетамаҡҡа килеүҙең кәрәге юҡ, граждандарҙың йәшәг урыны буйынса халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрендә йәрминкәнең видеотапшырыуын ҡарарға була. Тапшырыу барышында уҡыу һәм эшкә урынлашыу буйынса ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы ла бирергә мөмкин.

Йәрминкә иртәнге сәғәт 10-да башлана.

Вакансиялар йәрминкәһенең видеотапшырыуы күрһәтелгән халыҡ мәшғүллеге үҙәктәренең адресы:

  1. Салауат ҡалаһы, Октябрь урамы, 10а;
  2. Ишембай ҡалаһы, Йәшел урам, 57а;
  3. Ауырғазы районы, Талбазы ауылы, Химиктар урамы, 3;
  4. Ғафури районы, Красноусол ауылы, Коммунистик урам, 1;
  5. Стәрлебаш районы, Стәрлебаш ауылы, Карл Маркс урамы, 109;
  6. Әлшәй районы, Раевка ауылы, Киров урамы, 3.

Фото: resbash.ru/news

 

 

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас