

200 дин әһеле, балалар һәм йәштәр дини берекмәләре педагогтары Президент гранттары фонды аҡсаһына урындағы “Флагман” мосолман дини ойошмаһы тарафынан тормошҡа ашырылған “Алтын минуттар” проекты сиктәрендә тәү медицина ярҙамын күрһәтеүгә өйрәтеләсәк, тип хәбәр итә республиканың Йәмәғәтселек палатаһы матбуғат хеҙмәте.
Бындай курстарҙың мөһимлеге хаҡында “Флагман” мосолман дини ойошмаһы имам-хатибы, рәйесе Алмаз хәҙрәт Вәлиев үҙ тәжрибәһенән инанған. “Суфия” мәсетендә 10 йыл имам булып эшләүе ваҡытында мәсеткә килгәндәргә беренсе медицина ярҙамын күрһәтеү талап ителгән осраҡтар булған.
- Һәр минут иҫәптә саҡта, юғалып ҡалмау мөһим. Парамедицинала “Алтын минуттар” тигән төшөнсә бар – был кеше ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалырлыҡ мөһим ике-өс минут. Проектта тренингтар бар, улар барышында имамдар һәм мәсет хеҙмәткәрҙәре тренажерҙа беренсе медицина ярҙамын күрһәтә аласаҡ, - ти Алмаз хәҙрәт.
Ул шулай уҡ мәктәптә имамдар ғына түгел, башҡа конфессия дини әһелдәренең, йәштәрҙең, ирекмәндәрҙең уҡыясағы хаҡында әйткән. Улар, тренинг үтеп, ашығыс ярҙам килгәнсе беренсе медицина ярҙамын күрһәтергә өйрәнәсәк.
Башҡортостан мөфтөйө Айнур хәҙрәт Бирғәлиндең белдереүенсә, бындай хәлдәрҙең мәсеттәрҙән йәки ҡорамдарҙан тыш та теркәлеүе ихтимал, мәҫәлән, изге урындарға хаж ҡылғанда автобуста йәки самолетта, тынсыу вокзалда теркәлеүе мөмкин. Тренинг теоретик һәм практик өлөштәрҙән тора. Проект Бөтә Рәсәй “Хәүефһеҙлек мәктәбе” балалар һәм үҫмерҙәр ижтимағи хәрәкәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Башҡорт дәүләт медицина университеты менән берлектә тормошҡа ашырыла. Уҡыуҙар Башҡортостандың бер нисә төбәгендә буласаҡ. Курстарҙа ҡатнашырға һәм беренсе медицина ярҙамын күрһәтергә теләгәндәр республиканың Мосолмандар диниә назаратының урындағы мәсетенә мөрәжәғәт итә ала. Ғаризаларға ҡарап, райондарға сығыу ойоштороласаҡ.
Әйткәндәй, 1 февралдән 2022 йыл президент гранттарына сираттағы конкурс башланды. Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар республиканың Йәмәғәтселек палатаһының Ресурстар үҙәгенә грантҡа ғаризаны яҡшыртыуға бушлай консультация алыу өсөн мөрәжәғәт итә ала. Бәйләнештәр өсөн телефон: 8(347)218-12-52, электрон почта nko-rb@mail.ru
Һүрәттә: имамдар өсөн тормош хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса семинар ваҡыты (2021 йылдың 3 сентябре, Белорет ҡалаһы).
Фото: Иҙел Сөләймәнов, Ғәзиз Йосопов. Башҡортостан мосолмандары диниә назараты матбуғат хеҙмәте материалы.