Социаль мәсьәлә
15 Февраль 2022, 15:15

Проектты Йәмәғәт палатаһы күҙәтә

Республика халҡы үҙҙәренә дәүләт социаль хеҙмәттәре күрһәткән ойошмаларҙы һайлай ала.

Проектты Йәмәғәт палатаһы күҙәтәПроектты Йәмәғәт палатаһы күҙәтә
Проектты Йәмәғәт палатаһы күҙәтә

Быйылдан республика халҡы үҙҙәренә дәүләт социаль хеҙмәттәре күрһәткән ойошмаларҙы үҙаллы һайлай ала. Әлегә дәүләт тарафынан гарантияланған аҡсаны өс ведомство: Туризм буйынса дәүләт комитеты, Спорт министрлығы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы күрһәткән өс социаль хеҙмәт өсөн файҙаланырға мөмкин.

Дәүләт социаль хеҙмәттәре менән тәьмин итеүсене Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ғәмәлгә индерелгән социаль заказ тураһында федераль закон нигеҙендә һайларға була. Төбәк Йәмәғәт палатаһы ошо пилот проектының һөҙөмтәле тормошҡа ашырылыуын даими күҙәтәсәк.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һәм Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Азамат Йәнбирҙин 2022 йылда ошо өлкәлә үҙ-ара эш итеү планына ҡул ҡуйҙы. План нигеҙендә законды һынау буйынса ведомство-ара бәйләнеш булдырыласаҡ. Ә Йәмәғәт палатаһының бурысы – социаль заказ тураһындағы федераль законды тормошҡа ашырыу механизмдары тикшерелгән, социаль өлкәлә хеҙмәт күрһәтеүселәргә һәм уларҙан файҙаланыусыларға уның үҙенсәлектәре аңлатылған аралашыу майҙансығына әүерелеү. Дөйөм алғанда, быйыл социаль заказ тураһында яңы закон буйынса Башҡортостандан 48 меңгә яҡын кеше 768,6 миллион һумлыҡ дәүләт социаль хеҙмәттәрен файҙаланыу мөмкинлегенә эйә.

Йыл дауамында Йәмәғәт палатаһы социаль сертификаттарҙы ғәмәлгә индереү барышын контролдә тотасаҡ, халыҡтың дәүләт социаль заказы сиктәрендә социаль хеҙмәттәргә эйә булыуын күҙәтәсәк, шулай уҡ өс профилле ведомство менән берлектә бер нисә тематик “түңәрәк өҫтәл”, осрашыуҙар үткәрәсәк, бөтә кимәлдәге йәмәғәт советтары менән берлектә граждандар араһында социаль өлкәлә хеҙмәт күрһәтеүгә дәүләт заказын тәьмин итеү тураһында мәғлүмәт эшен ойошторасаҡ.

Фото: op.bashkortostan.ru/presscenter/news/430845/

Сығанаҡ: op.bashkortostan.ru/presscenter/news/430845/

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас