Социаль мәсьәлә
18 Февраль 2022, 03:59

Хаҡлы ялға – ваҡытынан алда

domstrousam.rudomstrousam.ru
Фото:domstrousam.ru

Пенсия алды йәшендә эш урыны ҡыҫҡартылыу сәбәпле эшһеҙ ҡалған Рәсәй граждандары 1 ғинуарҙан хаҡлы ялға ваҡытынан алда сыға ала. Быйыл ғәмәлгә ингән “Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы законда ошо турала әйтелә.

Документҡа ярашлы, ойошма бөтөрөлөү, хеҙмәткәрҙәр штаты ҡыҫҡартылыу һөҙөмтәһендә эштән бушатылған кешеләргә, уларҙың ризалығы менән, ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһына хоҡуҡ биргән йәшкә еткәнгә тиклемге осорға (хаҡлы ялға тиклем кәмендә ике йыл ҡалғас) пенсия, шул иҫәптән ваҡытынан алда түләнә торған пенсия тәғәйенләнеүе ихтимал.

Шул уҡ ваҡытта был осраҡта хаҡлы ялға иртәрәк сығыу өсөн мотлаҡ шарттарҙың береһе – хеҙмәткәрҙең тейешле страховка стажына эйә булыуы. Страховка стажына Социаль страховка фондына бүлемдәр күсереп эшләгән осор инә. Ир-егеттәр өсөн ул кәмендә – 25, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кәмендә 20 йыл булырға тейеш. Үрҙә телгә алынған шарттар үтәлгән һәм эшкә урынлашыу мөмкинлеге булмаған осраҡта мәшғүллек хеҙмәте пенсияға ваҡытынан алда сығырға тәҡдим итәсәк.

Тағы ла бер яңылыҡ – пенсионер йәшәгән биләмәлә ғәҙәттән тыш хәл тәртибе ғәмәлгә индерелһә, 1 ғинуарҙан ул пенсияны билдәләнгән көндән алдараҡ алырға хоҡуҡлы. Был осраҡта уға Рәсәй Пенсия фондына ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА

Читайте нас