Социаль мәсьәлә
18 Февраль 2022, 03:55

Һорағыҙ. Яуап бирәбеҙ

yur-gazeta.ruyur-gazeta.ru
Фото:yur-gazeta.ru

Страховка һәм социаль пенсияларҙы индексациялау

1 ғинуарҙан эшләмәгән 30 миллиондан ашыу пенсио­нерҙың страховка пенсияһы 5,9 процентҡа артты. Шул уҡ ваҡытта ил Президенты уны 8,6 процентҡа (1 ғинуарҙан) индексацияларға тәҡдим итте.

Социаль пенсия һәм дәүләт пенсия тәьминәте буйынса пенсия 1 апрелдән 7,7 процентҡа арта. Уны страховка пенсияһы алыу өсөн хеҙмәт стажы етмәгәндәр (өс миллиондан ашыу кеше) ала.

 

Эшләп йөрөгән өлкән­дәрҙең пенсияһын арттырыу

Эшләп йөрөгән пенсионер­ҙарҙың страховка пенсияһын 1 августан иң күбе өс пенсия коэффициентына күбәйтергә ниәтләйҙәр (2022 йылда бер коэффициент 104,69 һумға тиң). Тимәк, өҫтәмә күләме 315 һумдан ашыу тәшкил итәсәк.

 

Банкроттарҙың аҡсаһын тотоп ҡалмайҙар

Әгәр пенсионер банкрот тип танылһа, уның пенсия­һынан бурысты түләтмәйҙәр. Бында өлкәндәр кредит алып, уны түләй алмаған осраҡтар тураһында һүҙ бара. Бурысты суд ҡағыҙы буйынса тотоп ҡалыуҙары ихтимал, әммә кеше рәсми рәүештә банкрот тип таныла икән, ул бурысты пенсияһы иҫәбенә ҡаплауҙан бушатыла.

 

Ҡайһы бер пенсиялар ғаризаһыҙ тәғәйенләнә

Социаль түләүҙе рәсми­ләштергәндә һәм алғанда ғариза талап ителмәгән ғәмәлдәр исемлеге киңәйә.

Мәҫәлән, хаҡлы ялға бер-ике йыл ҡалған кешене эштән ебәрһәләр һәм ул эш таба алмаһа йәки ул эшләп йөрөгән предприятие ябылһа,  мәш­ғүл­лек хеҙмәте органдары уға пенсияны ваҡытынан алда тәғәйенләү буйынса тәҡдим яһарға тейеш.

Йәнә инвалидлыҡ буйынса пенсия, социаль өҫтәмәләр тәғәйенләү өсөн дә ғариза тапшырыуҙың кәрәге юҡ.  80 йәше тулған һәм ҡараусыһын юғалтыу буйынса страховка пенсияһы алған кешегә лә пенсия тәьминәтенең уңай­лыраҡ төрө автомат­лаш­тырылған тәртиптә һайлана. Өлкәндәр ҡалаға күсеп киткән осраҡта уларға “ауыл өҫтәмәһе” һаҡланып ҡала. Ауыл стажы өсөн өҫтәмә күләме страховка пенсияһына билдәләнгән түләүҙең 25 процентын, йәғни 1600 һум самаһы тәшкил итә.

 

Пенсия күләме тура­һында хәбәр итәләр

1 ғинуарҙан Рәсәй Пенсия фонды бер ниндәй ҙә пенсия алмаған 45 йәшкә еткән ир-егеттәргә һәм 40 йәше тулған ҡатын-ҡыҙҙарға өс йылға бер тапҡыр ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының күҙ­алланған күләме тураһында хәбәр итәсәк. Бындай мәғлү­мәт страховкаланған кешенең Рәсәй Пенсия фонды сай­тын­дағы шәхси кабинеты аша йәки Пенсия фондының территориаль органдарына шәх­сән мөрәжәғәт иткәндә бирелә.

Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА

Читайте нас