Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
21 Февраль , 12:00

Бала табыу йортона сик һаҡсылары килде

“Бала табыуға биш көн ҡалғансы, медицина учреждениеһы стеналарын һүрәттәр менән биҙәү эштәрен тамамлап өлгөрҙөм..."

Бала табыу йортона сик һаҡсылары килде
Бала табыу йортона сик һаҡсылары килде

Ишембайҙа йәшәгән рәссам Вера Шаригина ҡалала билдәле шәхес. Уның һәләтле ҡулдары менән ҡалала күп объекттар йәнләндерелгән. Мәҫәлән, балалар дауаханаһы бинаһы,  сик һаҡсылары скверы, хатта үҙе яңыраҡ ятҡан бала табыу йорто стеналары рәссамдың таланты һөҙөмтәһендә яңыса төҫ алған.

 Яңыраҡ күп балалы әсәне бала табыу йортонан ҡаршыларға бәхетле атайҙан башҡа  сик һаҡсылары килеүе ҡала халҡы өсөн ҙур яңылыҡ булды. Шаригиндар ғаиләһендә көтөп алынған дүртенсе бала донъяға килде. Вераның әйтеүенсә, “бала табыу көнөнә биш көн ҡалғансы, медицина учреждениеһы стеналарын һүрәттәр менән биҙәү эштәрен тамамлап өлгөрҙөм. Үҙемде сабыйым менән ошо биҙәлгән бүлексәнән оҙаттылар...”

 Сик һаҡсылары ғәскәрҙәренең Ишембай ҡала ветерандар бүлексәһе тантаналы ваҡиғанан ситтә ҡала алмаған, үҙҙәренә ҙур ярҙам күрһәткән рәссамды ҡотларға, байрамса парад менән шатландырырға килгән, тип яҙа “Восход” гәзите.  Ишембай үҙәк район дауаханаһының бала табыу бүлексәһе мөдире Жанна Салишева күп балалы ғаиләне ҡотлап, уларға бәхет, һаулыҡ теләне.

”Хеҙмәт һөйөүсәнлегегеҙ һәм талантығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә! Һеҙ биҙәгән бүлмәгә инеү күңелле хәҙер, мауыҡтырғыс сюжеттарҙан кәйеф күтәрелә, эшкә дәрт арта, бөтә хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!” – тип ҡотланы бәхетле ата-әсәне етәксе.

Фото: Ишембай үҙәк район дауаханаһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в