Башҡортостанда ирекмәндәр Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан ирекһеҙҙән килеүселәргә Йәмәғәт ярҙамы штабы эшендә әүҙем булыша. Улар Ситуация үҙәгендә шылтыратыуҙар ҡабул итә, гуманитар ярҙам пункттарында эшләй.
Республикала “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе эргәһендә ирекһеҙҙән күсеп килеүселәргә булышыу буйынса Йәмәғәт ярҙамы штабы төҙөлдө. Ирекмәндәр аҙыҡ-түлекте ҡаптарға һалырға, кейем һәм гигиена сараларын ҡабул итергә ярҙамлаша. “Беҙҙең хәстәрлек”, “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Йәш гвардия”һы ирекмәндәре әүҙемләште. Евгений Коровин, Дмитрий Ищиреков, Виктория Сергеева ирекмәнлек менән көн һайын шөғөлләнәсәктәрен белдерҙе.
“Дуҫым Женя аша ярҙам ҡабул итеү пункты тураһында белештем. Тәүге тапҡыр ирекмән булдым. Изгелек эшләү файҙалы, күңелде күтәрә”, – ти студент ҡыҙ. Ирекмәндәр Ситуация үҙәгенең колл-үҙәгендә лә ярҙам итә. Килеүселәргә ярҙам итергә теләгәндәр бик күп.
“Кешеләр гуманитар ярҙам пункттары асылыу менән килә башланы, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, гигиена саралары килтерәләр. Халыҡтың әүҙемлеге һөйөндөрә”, – ти “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр үҙәге кураторы Раил Әҙиәтуллин. Ирекмән Эдуард Юманғолов, социаль селтәрҙә гуманитар ярҙам пункттары эшләй башлауы тураһында ишеткәс, штаб әүҙемселәренә ҡушыла. “Ҡатыным менән кешеләргә нимә кәрәк булыуы тураһында уйлашҡас, балалар, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кейемдәр йыйҙыҡ, балалар өсөн матрас, аяҡ кейемдәре килтерҙек. Хәйриәлек менән үҙебеҙ ҙә шөғөлләнәбеҙ. Беҙҙең “Тылсымсы булыу анһат” тигән фондыбыҙ бар”, – ти егет.
Ирекмәндәр ҡабул итеү дауам итә. Йәмәғәт ярҙамы штабының берҙәм колл-үҙәгенә 8-347-218-19-19 телефоны аша сәғәт 8-ҙән 20 сәғәткә тиклем шылтыратығыҙ.
Фото: sharanpro.ru