Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
22 Февраль 2022, 21:00

Илназ протездар алды

Бәләгә тарып, ике ҡулһыҙ ҡалған майлайҙың ихтыяр көсөнә хайран ҡалмалы... 

Илназ протездар алды
Илназ протездар алды

Тап үҙенең тыуған көнөндә йәш блогер Илназ Дәүләтов бионик ҡул протездары алды.

Туймазы районының Балтай ауылында йәшәгән Илназдың бәхетһеҙлек осрағы һөҙөмтәһендә ике ҡулһыҙ ҡалыуына бөтә республика менән былтыр ҡайғырғайныҡ. ”Сколково” инновация үҙәгенең резиденты булған Рәсәй “Моторика” компанияһы ошо протездарҙы эшләгән.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, 2021 йылдың июлендә был компания һәм Башҡортостан Хөкүмәте араһында берлектәге саралар планына ҡул ҡуйылды. Маҡсат – халыҡҡа ҡул протездары алыу мөмкинлеге тураһында аңлатыу. Былтыр июль айынан декабргә тиклем заманса ҡул протездарына мохтажлыҡтарын белдереп, 20 кеше шылтыратҡан. Үткән йыл белгестәр Башҡортостан кешеләренә 21 функциялы ҡул протезы ҡуйған. Быйыл тағы 30 протез ҡуйыласаҡ.

Бәлә аяҡ аҫтында ғына. Илназдың нисек бәләгә тарығаны яҡшы билдәле. Футбол уйнағанда туптары трансформатор щитына эләккәс, малай уны алырға тип йүгерә. Һөҙөмтәлә шаһиттар алдында көслө ток разрядын ала. Ҡулдар яна... Балаға алты ҡатмарлы операция үткәрергә тура килә. Илназдың түҙемлегенә хайран ҡалырлыҡ. Уға ата-әсәһе ҙур терәк була, Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә йәшәгән битараф булмаған кешеләр ярҙамға килә. Беҙ уға һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ!

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: