Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
25 Февраль 2022, 22:00

Ниҙәр буйынса белемдәре тикшереләсәк?

Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан килгән медицина хеҙмәткәрҙәрен эшкә урынлаштырыу еңелләштерелә.

Ниҙәр буйынса белемдәре тикшереләсәк?
Ниҙәр буйынса белемдәре тикшереләсәк?

“Росздравнадзор” Рәсәйгә Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан килгән медицина хеҙмәткәрҙәрен эшкә урынлаштырыу буйынса ғаризаларҙы ҡарау ваҡытын 25 көндән биш көнгә тиклем ҡыҫҡартты. Улар өсөн махсус “ҡыҙыу линия” асылды.

Медицина ойошмаларына урынлашырға теләгән белгестәр, сит ил граждандары булараҡ, белеме тураһында документтар тапшырырға һәм махсус имтиханды үтергә тейеш. Шулай уҡ рус телен белеүе тураһында сертификаты, Рәсәй ҡанундары нигеҙҙәре, тарихы менән танышлығы кимәле тикшереләсәк. Эшкә урынлаштырыуҙың ябайлаштырылған тәртибе Донбаста теркәлгән граждандарға ғына ҡағыла. Ҡалған сит ил медицина хеҙмәткәрҙәре тикшереүҙе дөйөм ҡағиҙәләр буйынса үтәсәк.

Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан килгән медицина һәм фармацевтика хеҙмәткәрҙәре өсөн инструкция “Росздравнадзор”ҙың Ростов өлкәһе буйынса территориаль органы сайтында кисә барлыҡҡа килде. Әгәр ғариза биреүсенең юғары уҡыу йортонан һуң һөнәри белем алыуы (интернатура, ординатура йәки әҙерлек курсы үтеү) тураһында Украинала алған документтары булмаһа, бындай белемде алыуын раҫлаған башҡа документты тәҡдим итә ала.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: