Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
28 Февраль 2022, 22:05

"Үҙемдең уйынсыҡтарымды алып килдем..."

Республика халҡы Луганск һәм Донецк республикаларынан килгән граждандарға ярҙам күрһәтеүен дауам итә.

Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе ҡарамағындағы Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларының эвакуацияланған граждандарына йәмәғәт ярҙамы күрһәтеү штабы эшен дауам итә. Республикала йәшәүселәр оҙаҡ һаҡларға мөмкин аҙыҡ-түлек, балалар өсөн ризыҡтар, урын-ер әйберҙәре, шәхси гигиена саралары, өҫ һәм аяҡ кейеме килтерә.

Республика балалары ла был сараһына ҡушылды. Мәҫәлән, бөгөн күскенселәргә ярҙам итеү пунктына Өфөнән биш йәшлек Артем Фазылдинов һәм уның апаһы килде.

“Һуғыш башланыуын телевизорҙан күрҙем. Барыһы ла ҡурҡып ҡаса. Унда бәләкәй балалар ҙа бар ине. Улар өсөн уйынсыҡтарымды алып килдем”, – тип һөйләне малай.

Донецкиҙан, Луганскиҙан эвакуацияланғандарға гуманитар ярҙам йыйыуға төрлө һөнәр һәм вазифа кешеләре ҡушыла. Шулай уҡ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Елена Арямнова ла ситтә ҡалманы.

– Һуғыш – ул һәр саҡ ғазап һәм ҡайғы. Ундағы кешеләргә хәҙер бик ауыр икәнен аңлайым, – тине депутат. – Бөгөн мин концтауарҙар – дәфтәрҙәр, маркерҙар, ҡәләмдәр, ручкалар, линейкалар, фломастерҙар, балалар өсөн альбомдар алып килдем. Иң бәләкәйҙәр өсөн – наклейкалар менән буяуҙар, өйрәнеү әсбаптары. Ошондай ҡатмарлы осорҙа балаларға айырыуса иғтибар, хәстәрлек кәрәк.

Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары граждандарына ярҙамға өлкән быуын кешеләре дәррәү ҡушылды. Мәҫәлән, пенсионер Роза Абдуллина кейем-һалым килтергән. “Уларға йылы, аҙ ғына булһа ла тыныс булһын. Хоҙай барыһына ла ғаиләләренә әйләнеп ҡайтырға насип итһен”, – тине ул.

Өфөнән Сергей Громыко һүҙҙәренсә, улар хәләл ефете менән күскенселәргә аҙыҡ-түлек менән ярҙам итергә булған.

“Сәй, макарондар, шәкәр, ярмалар, консервалар – бында иң кәрәкле продукттар. Бөгөн ҡулыбыҙҙан килгән ярҙамды күрһәтә алабыҙ, – тип билдәләне Сергей Громыко. – Оҙаҡламай был хәл яйланыр, кешеләр тыуған илдәренә ҡайтыр тип ышанам”.

Шулай уҡ Өфө ҡалаһы ойошмалары ла ситтә ҡалманы. Гуманитар ярҙам менән ҡаптарҙы 18-се ҡала клиник дауаханаһы вәкилдәре килтерҙе. Бында аҙыҡ-түлек тауарҙары ла, шәхси гигиена саралары ла бар.

“Донецк һәм Луганск граждандарына тыныс күк йөҙө теләйбеҙ. Был хәл тиҙерәк яйға һалынһын, кешеләр башҡа ғазаптар күрмәһен ине”, - тигән теләктә дауахана хеҙмәткәре Алина Хәкимова.

“Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр үҙәге координаторы Раил Әҙиәтуллин һүҙҙәренсә, мәрхәмәтле кешеләр гуманитар ярҙам ҡабул итеү пункты асылғандан алып килә. “Әлеге ваҡытта бик күп беренсе кәрәк-яраҡ предметтары, аҙыҡ-түлек, балалар һәм өлкәндәр өсөн кейем йыйылған. Республикала йәшәүселәрҙең күскенселәрҙең бәләһенә битараф булмауы ҡыуандыра. Граждандарыбыҙ артабан да мөмкин тиклем ярҙам итер тип ышанам”, – тине Раил Әҙиәтуллин.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәләрендә Луганск һәм Донецк республикаларының эвакуацияланған граждандарына Йәмәғәт ярҙамы штабы ҡарамағында гуманитар ярҙам йыйыу буйынса пункттар эшләй.
Адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17.

Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бөтә 63 бүлексәһендә лә бар улар.

Эш режимы:

Дүшәмбе - йома - иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға тиклем.
Шәмбе - йәкшәмбе - иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем.
Йәмәғәт ярҙамы штабының берҙәм колл-үҙәге - 8 (347) 218-19-19.
Шылтыратыуҙар көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул ителә.

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Фото: Йәмәғәт ярҙамы штабы.

Читайте нас: