Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
4 Март 2022, 14:00

Атай өс баланы яңғыҙ үҫтерә...

Депутат Динар Ғилметдинов Ишембай районында йәшәгән күп балалы ғаиләгә хәйриә ярҙамы күрһәткән.

Атай өс баланы яңғыҙ үҫтерә...
Атай өс баланы яңғыҙ үҫтерә...

“Берҙәм Рәсәй” партияһынан  Дәүләт Думаһына һайланған депутат Динар Ғилметдинов Ишембай районында йәшәгән күп балалы ғаиләгә хәйриә ярҙамы күрһәткән. Данил Абдрафиҡов  ҡатыны вафат булғас, өс балаһын яңғыҙы тәрбиәләй.

 Бындай  ҙур, тулы булмаған ғаиләгә төрлө яҡлы ярҙам кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Үҫмерҙәр өсөн Өфө буйлап экскурсия ойошторолған, “Риа Дент” клиникаһында тикшереү үткәрелгән.

“Ярҙамға мохтаж Абдрафиҡовтар ғаиләһе менән таныштыҡ. Балаларҙың әсәһе юҡ. Теш ҡуйҙырыу клиникаһы менән һөйләшеп, уларҙың тештәрен дауалау мәсьәләһен хәл иттек,” – ти Динар Ғилметдинов. Стоматология клиникаһының генераль директоры Айнур Исҡужин әйтеүенсә, һәр береһенә планлы дауалау билдәләнгән, бөтә мәсьәләләрҙе еренә еткереп хәл итәсәктәр.

Фото:BashNews

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: