Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
4 Март 2022, 21:30

Башҡортостандан ике белгескә - дәүләт наградаһы

"Был – барлыҡ республиканың медицина хеҙмәткәрҙәре эшенә баһа”.

Башҡортостандан ике белгескә - дәүләт наградаһы
Башҡортостандан ике белгескә - дәүләт наградаһы

Рәсәй Президенты Владимир Путин COVID-19-ға ҡаршы көрәш өсөн медицина хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйған.

Улар араһында Башҡортостандан да ике белгес бар. Башҡортостан дәүләт медицина университеты проректоры Виталий Викторов II дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” миҙал ордены менән наградланған. Был юғары уҡыу йортоноң дауалау факультеты деканы Дамир Вәлишингә Пирогов ордены бирелгән.

“Хеҙмәтебеҙҙе юғары баһалағаны өсөн Президентыбыҙ Владимир Путинға рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Был – Башҡортостан табиптары командаһы һөҙөмтәһе һәм барлыҡ республика медицина хеҙмәткәрҙәре эшенә баһа”, - тип белдергән Дамир Вәлишин.

Илдең төрлө төбәктәренән барлығы 220 медицина хеҙмәткәре дәүләт наградаһына лайыҡ булған.

Фото: ogni-agideli.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: