Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
4 Март 2022, 22:00

Байрам көндәрендә медицина ойошмалары нисек эшләй?

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә...

Байрам көндәрендә медицина ойошмалары нисек эшләй?
Байрам көндәрендә медицина ойошмалары нисек эшләй?

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған байрамдар үткәрелеүен иҫәпкә алып, 7, 8 мартта Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының етәкселек итеү составы дежурлығы ойоштороласаҡ.

6 мартта – йәкшәмбе көнө графигы буйынса;

7, 8 мартта –  шәмбе көнө графигы буйынса.

Өлкәндәрҙе яңы коронавирус инфекцияһы Сovid-19-ға ҡаршы вакцинациялау, шулай уҡ ошо йәһәттән мобиль пункттарҙа эш иртәнге 8-ҙән 20.00 сәғәткә тиклем барасаҡ.

“Ашығыс ярҙам” бригадалары, йәрәхәтләнгән осраҡта ярҙам итеү пункттары һәм медицина ойошмаларының дежур хеҙмәттәре көсәйтелгән режимда эшләйәсәк.

Стационар бүлексәләрҙә пациенттарҙы стационар дауалау өсөн резерв койкалар, дарыу препараттары запасын барлыҡҡа килтереү, үҙ ваҡытында экстрен ярҙам һәм планлы медицина булышлығы күрһәтеү ҡаралған.

Медицина ойошмаларының хәүефһеҙлеген ойоштороу ҡаралған, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Фото: health.bashkortostan.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: