Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
4 Март 2022, 09:01

Ҡоллоҡ тарихта ғына ҡалмаған...

Беҙҙең көндәрҙә лә кешене ирекһеҙләп тотоу осраҡтары бар.

mycanon.canon.ru
Фото:mycanon.canon.ru

Былтыр көҙ Урал аръяғы райондарының береһендәге ауылдан ағай юғалды. Өйөндә юҡ, телефоны яуап бирмәй. Күршеләре уның ниндәйҙер ят машинаға ултырып киткәнен күргән, әммә ҡайҙа барыуы менән ҡыҙыҡһынмаған. Ваҡыт үтә бирҙе, хәбәр булманы. Яңғыҙ йәшәгән ир ниндәй генә бәләгә осрамаҫ, күҙәтеп торорға ғаиләһе – ҡатыны, балалары юҡ. Ҡайтып инер тип көтөңкөрәп тә, көтөп алмағас, бер туған апаһы, район эске эштәр идаралығына барып, ҡустыһын эҙләүгә бирҙе.

 

60 саҡрымды йәйәүләп...

 

Бәхеткә күрә, был мажараның ахыры яҡшы тамамланды: бер ай тигәндә ағай иҫән-һау ҡайтып төш­тө. Ҡулында байтаҡ ҡына аҡсаһы ла бар. Баҡһаң, ул Белорет райо­нына шыршы ҡырҡыу эшенә ял­ланған. Ҡышҡа ҡарай ундағы урман­дарҙа күпләп Яңы йыл ҡуп­шыҡайы әҙерләү өсөн тирә-яҡтан кешеләрҙе йыйып алып киткәндәр. Уларҙы ашатып-эсергәндәр, йоҡ­ларға урын да биргәндәр, тик ниңә­лер кеҫә телефонынан файҙа­ланыуҙы тыйғандар. Һуңынан хеҙмәт хаҡы түләп, өйҙәренә ҡайтарып ҡуйғандар.

Ярай әле шулай. Ә бит өс йылдай элек ошо ағайҙы, эшкә тигән һылтау менән алдап, билдәһеҙ кешеләр, машиналарына ултыртып, сит яҡҡа алып та киткәйне. “Барабыҙ-барабыҙ, күрше өлкәгә сығып киттек. Эх, анау йоҡламай бит, тип миңә ымлап үҙ-ара һөй­ләш­кәстәр, был әҙәмдәрҙең насар уйҙарын һиҙендем. Киреһенсә, юлды хәтерҙә ҡалдырырлыҡ итеп күҙәтергә тырыштым. Сама менән ҡайһы яҡҡа киткәнебеҙҙе аңланым. Һәм урынға барып еткәс, күп тә тормай ҡастым. Машинала минән башҡа бер ҡатын да бар ине, уның артабанғы яҙмышын белмәйем”, – тип һөйләгәне иҫтә ҡалған.

Ағайҙы ниндәйҙер ауылдағы бер шәхси хужалыҡҡа алып киләләр. Ул мал-тыуарҙы көтөүгә йөрөтөргә, көнкүрештә ярҙам итергә тейеш була. Әммә юлдағы шомло һөйлә­шеүҙе ишеткәндән һуң, уға хеҙмәте өсөн түләмәҫтәрен, хатта ҡайтар­май ирекһеҙләп тотасаҡтарын һиҙемләй һәм ҡасып китә. Йәшеренеп атлай торғас, 60 саҡрымдай ара уҙып, шундағы ауылда йәшәгән бер туған һеңлеһенең өйөнә барып йығыла. Артабан туғандары уны тыуған яғына ҡайтарып ҡуя.

Әле көҙ көнө юғалғас та, яҡын туғандары, иң беренсе ошо ваҡиғаны иҫкә төшөрөп, шөбһәләнде лә инде. Айырыуса яңғыҙаҡ, унда-бында ваҡытлыса ялланып эшләп ғүмер иткән кеше өсөн хәүеф ҙур шул.

Былтыр августа республикала ошоға оҡшаш тағы бер хәл булды. Ул хаҡта социаль селтәрҙә яҙылды. “Альтернатива хәрәкәте” төркө­мөндә хәбәр ителеүенсә, уларға бер ҡатын мөрәжәғәт итә. Ул тыу­мышы менән Башҡортостандан булған әсәһе Зилиә Ғ.-ны эҙләп табыуҙа ярҙам һорай.

Ҡыҙы әйтеүенсә, июнь аҙағында ул Силәбе өлкәһенең Агапов районына таныштарына эшкә юллана. Әсәһе иһә аҡса наҡыҫлығынан юл ыңғай барған машинаға сыға. Һәм... һыуға төшкәндәй юғала.

Баҡһаң, бер транспорттан икен­сеһенә күсеп бара торғас, уға Аҫылбай Байхәмәтов исемле кеше осрай һәм үҙе йәшәгән Силәбе өлкәһендәге ҡасаба янындағы фермаһында һауынсы эше тәҡдим итә. Әммә урынға килеп еткәс, ир уның телефонын һәм паспортын тартып ала. Һауынсы шөғөлө урынына тиҙәк түгергә ҡушып ҡуя. Шунан көтөүсеһенең ҡасып китеүен һылтау итеп, һыйыр малын ҡарарға мәжбүрләй.

Хеҙмәт хаҡы тураһында һүҙ ҙә булмай. Бер аҙ ваҡыттан Зилиә аҡса хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡас, Аҫылбай ярһып китә һәм ҡатынды туҡмай. Шунан ҡасып китмәһен өсөн үҙенең абруйлы, йоғонтоло таныштары менән ҡурҡыта.

Тотҡон ни мөғжизә менәндер ҡыҙына шылтырата һәм ҡасаба­ның, ферма хужаһының исемен хәбәр итеп өлгөрә. Ҡыҙы бөтә мәғлүмәтте кешеләрҙе ҡоллоҡтан ҡотҡарған ирекмәндәргә ебәрә. Улар үҙ сиратында полиция хеҙмәткәре менән Зилиәне көтөүҙә эҙләп таба, артабан хужаһынан уның документтарын ала. Ҡатын үҙ бәхетенә үҙе ышанмай, күҙ йәшенә төйөлә.

Аҫылбайға документтар юллап барғанда, ул бер ҙә оялмайынса ҡатынға тағы эшкә ҡалырға тәҡдим итә. Ахырҙа уның ҡулына өс мең һум тоттороп: “Был мине алдаҡсы тип әйтмәҫ өсөн. Мин былай ҙа һине тиҙҙән ҡайтарырға йыйына инем”, – ти.

Зилиә, суд-медицина эксперти­заһы үтеп, үҙен ҡоллоҡта тотҡан ир өҫтөнән полицияға ғариза яҙырға йыйына ине, әммә был теләген аҙағынаса алып барып еткермәне, ахыры. Һәр хәлдә Аҫылбайҙың яуаплылыҡҡа тарттырылыуы йәки яза алыуы тураһындағы хәбәр ишетелмәне. 

Таныштарым араһында ошо теманы ҡуҙғатҡас, шаҡ ҡаттым: бындай осраҡтар һирәк түгел икән. Күптәр оҡшаш хәлдәрҙе ишетеп белә, яҡындары йә таныштары шундай бәләгә тарыған, хатта үҙҙәре ҡоллоҡҡа тарыған бисараны ҡотҡарыуҙа ҡатнашҡан.

 

“Һаулығын ҡалдырып ҡайтты”

 

Таныштарымдың береһе Гүзәл Ғәләүетдинова* бына нимә тип һөйләне: “Яҙ көнө урманда эшләп йөрөгән еренән атайымдың бер туған ҡустыһы юғалды. Башым ауырта тип, йәйәү ауылға ҡайтырға сыҡҡан булған. Башта телефонына шылтырау барғас, иптәштәре менән кәйеф-сафа ҡороп йөрөйҙөр, ҡайтыр әле, тип уйланыҡ. Аҙаҡ ҡына телефонын көс йыйҙырырға аласыҡҡа ҡуйып киткәнен белдек. Унда инеүсе булмағас, был турала уйламаныҡ та. 

Рәсми рәүештә эҙләү иғлан ителде. Эшләгән урынынан ҡайтыу юлындағы урманды әллә нисә тапҡыр тентеп тикшереп үттеләр. Кемдер ул юғалған көндә күрше ауылда йөрөгәнен күргән булып сыҡты. Тимәк, тәбиғәттә түгел, ә ауыл эсенән юғалған. Бөтә ерҙән эҙләнек, һораштыҡ, ләкин тапманыҡ.

“Ҡаҙаҡтар урлаған” тигән имеш-мимеш хәбәр килеп еткәс, ағайҙар, ҡустылар күмәкләшеп улар йәшәгән яҡҡа барҙы, әммә файҙаһыҙ. Шунан күрше ауылдан берәү шуларҙан ҡасып ҡайтты. Ағайығыҙ – шунда, көтөүҙә ҡалды, минең менән бергә китә алманы, тине ул. Туғандар, йыйылып, тағы шунда юлланды, йәнә тапмай ҡайттылар. Әллә нисә ҡабат барҙылар, хатта төндә лә, полиция хеҙмәткәрҙәре менән дә. Юҡ инде, юҡ. Беҙ инде “үлгәндер” тип ҡайғырышып бөттөк.

Йәй етте. Бер мәл юғалған ағайыбыҙ үҙе шылтыратты. Күрше ауылда күргәндәре дөрөҫ булған, шунан ике кешене алдап алып киткәндәр. Ағайыбыҙ теге ҡол­лоҡтан ҡотолған кеше менән бергә урланған булған. Иптәше ҡасып ҡайт­ҡас, ағайҙы нығыраҡ йәшер­гәндәр, ас тотҡандар, туҡмағандар. Шулай ҙа ул да нисек етте, шулай яһилдарҙан ҡотола алған. Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһы баҡсаларына килеп еткән дә иҫһеҙ ҡолаған. Шунда уны бер баҡсасы табып алып, үҙендә һалып ҡуйып аяҡҡа баҫтырған. Ағайым өйгә шунан шылтыратҡан да инде. Ҡышҡа тиклем ауылға ҡайтырға баҙнат итмәй йәшәне әле ул. Аҙаҡ ҡына йөрьәт итте. Иҫәнлегенә ҡыуандыҡ, ләкин ирекһеҙ хеҙмәттә һаулығы бөткәйне...”

Алһыу Абайҙуллинаның бәйән иткән хәбәре тағы ла күңелһеҙерәк: “Әсәйемдең ҡустыһы 17 йыл элек сит яҡҡа эшкә сығып киткәйне, ҡайтманы. Эҙләп ҡарағайныҡ та, тапманыҡ. Шулай уҡ берәү аша сәләм ебәргән ине, барҙылар, тик таба алмай ҡайттылар...”

Был тарих бөтөнләй аяныслы. “Минең ҡоҙам, йәшләй генә шундай эштә ирекһеҙләп тотолоп, ҡасып ҡайтып килгәнендә туңып үлде. Яҙға ҡарай табып алдылар. Апты­раҡ, нисек ҡоллоҡҡа эләккәндер, заманында үҙе тәртип һағында эшләне, ҡыҙҙар артынан йүгергән һыу һөлөгөндәй шәп егет ине”, – ти Олеся Хәбирова.

 

Милләттәшенә ҡасырға ярҙам итә

 

Был танышым һөйләгән тарихты ишеткәс, байтаҡ ҡына иҫемде йыя алмай ултырҙым. Башҡаларҙың хәл-ваҡиғаһы ҡайҙалыр ситтә, алыҫта булған кеүек тойола ине, ә Эльвира Исламғәлина шаһит­лы­ғындағы хәлдәр миңә яҡшы таныш ауылдар яғында бара. Былтыр йәй беҙгә ғаилә менән шул тирәгә сәфәр ҡылырға ла тура килде бит әле.

– Мин кейәүгә сыҡҡас, ялан яғына – иремдең ауылына күсеп килдем. Ауыл ҙур түгел, төрлө милләт кешеләре йәшәй: башҡорт­тар, татарҙар, ҡаҙаҡтар, әрмәндәр, рустар, көньяҡ илдәрҙән килгән милләт вәкилдәре лә осрай. Эре генә хужалыҡ тотҡан фермерҙар бар. Улар ҙа төрлө халыҡтан. Ҡайһы берәүҙәре, ситтән ялсылар килтереп, ҡайтармай эшләтә.

Бында килеп эләккән бисара­ларҙың ҡаса алғаны ҡаса, ҡаса алмағаны бушлай тир түгә. Был ауылдан ҡотолоуы бик ҡыйын, оло юлға сыҡҡансы алыҫ ҡына араны йәйәү бараһың, ә ике яҡлап ялан, ҡасырлыҡ, йәшенеп ҡалырлыҡ урын юҡ. Ҡасырға маташҡандарҙы ҡыуып етеп, кире тотоп алып киләләр ине. Бахыр был ҡылығы өсөн туҡмала әле ул. Юлда берәй фермерҙың хеҙмәтсеһе китеп бара икән, тап булған икенсеһе уны машинаһына ултыртмай, киреһенсә, фәлән ерҙә һинең ялсың ҡасып бара, тип шылтыратып әйтә. Ауылдан ҡайҙалыр барырға сыҡҡан машиналы кешеләр, бәләһенән баш аяҡ тип, ундай эшселәрҙе юлдаш итеп алмай. Ярҙам иткәне өсөн аҙаҡ уларҙың хужаһы менән низағлашыуҙан ҡурҡалар.

Беҙ ул фермерҙар менән ҡаты­шып йәшәнек. Һәйбәт аралаштыҡ, ҡунаҡҡа йөрөнөк, үҙебеҙгә лә саҡыра торғайныҡ. Ҡарап тороуға һин дә мин ябай кешеләр бит инде. Ҡорбан салалар, ураҙа тоталар, аят уҡыталар, тик бына шул кеше яҙмышы менән насар ҡыланалар – ҡол хәлендә хеҙмәтсе тоталар.

Шулай бер мәл һыуҙан ҡайтып барһам, алама ғына кейенгән оҙон буй­лы, йәш һылыу егет һарыҡ кө­төүен ҡыуалай. Үҙе миңә яҡыныраҡ килеп: “Апай-апай, һеҙҙең менән һөйләшһәм буламы?” – тип рөхсәт һорай. Башҡорт егете булып сыҡты. “Апай, мин ошонда ете йыл эшләйем. Ҡасып булмай. Әсәйем өс һеңлемде яңғыҙы үҫтерә, нисектер ҡайтырға кәрәк ине. Бер-икене китергә маташып ҡараным, тотолдом”, – тип беҙҙең өй тапҡырына еткәнсе ҡабалан ғына үҙ хәлен һөйләне.

Ирем ул ваҡытта ҡалаға киткән ине, икенсе көнөнә минең тыуған районыма барырға йыйынғайныҡ. Теге егеткә: “Иртәгә юлға сығабыҙ, беҙҙең менән бараһыңмы, юл ыңғайы ҡалдырып китербеҙ”, – тинем. “Юҡ, апай, былар минең ауылды, өйҙө белә, унда ҡайтмайым. Ә һеҙҙең яҡ алыҫмы? Мине үҙегеҙ менән алһағыҙ, шунда берәй эш булмаҫмы икән?” – ти. “Ярар, аға­йың ҡайтҡас, һөйләшербеҙ. Ҡараң­ғы төшкәс, беҙгә кил”, – тинем.

Ирем ҡайтҡас, был турала һөйләштек һәм ауылға, үҙебеҙҙең ғаилә дуҫы булған бер фермерға хәлде аңлатып шылтыраттыҡ. Ул ярҙам итергә ризалашты. Кискә ҡарай был егет йәшенә-йәшенә килеп инде лә ҡурҡышынан кейемен дә сисмәй йоҡларға ятты.

Икенсе көнөнә уны үҙебеҙ менән ауылдан алып сығып киттек. Тыуған өйөмә барып йоҡланыҡ та, иртәгәһенә был егетте күрше ауылға алып киттек. Йоҡа ғына бер ҡат кейемдә, йәйге туфлиҙа ине. Беҙҙең дуҫ, баҙарға алып барып, ҡышҡылыҡҡа кейендереп алып килде. Ул үҙе лә хужалығында күпләп мал тота ине. Тәүҙә өй, һарай тирәһендә һыйырҙарын, аттарын ҡарап йөрөп торһон тип, егетте үҙҙәре менән бергә йәшәтте. Аҙаҡ пилорамына эшкә урынлаштырҙы.

Эй бисара... Гел генә беҙҙең килгәнде көтөп тора торғайны, апай-ағай, тип телефондан шылтырата ине. Әсәһенең телефонын табып, хәлде аңлаттым. Ул рәхмәт­тәр әйтеп ҡыуанды. Шулай бер ни­сә йыл беҙҙең яҡта эшләгәс, шул ауылдан кәләш алды. Хәҙер йорт һалған, ике ҡыҙ үҫтерә”, – тип тиҫтә йылдан ашыу элек булған ғибрәтле ваҡиғаны һөйләне танышым.

Ә ул егеттең иркен сикләгән кеше әле лә хужалығында шулай хеҙмәтсе тота икән. Әлбиттә, ауыл­дағы бөтә фермерҙар ҙа улай ҡыланмай, әммә шулай эшләгән бер нисә әҙәм бар, ти. Тағы бер киҫкен мәсьәләне хәл итергә тура килгән: теге “ҡол биләүсе” егеттең паспортын ҡулланып, уның исеменә 300 мең һум кредит та алған булған. Әлеге танышымдың ярҙам иткән ғаилә дуҫы, судлашып, бергәләп нисектер осона сығып ҡуялар.

Бына шулай хәҙерге заманда ла йәмғиәтебеҙҙә ошондай ҡурҡы­ныс күренештәр осрай. Әллә ҡайҙа алыҫ яҡтарҙа ла түгел, эргәлә генә. Ә кемдәрҙең иркенә хәүеф янай? Яңғыҙаҡтарҙың, рәсми рәүештә ялланып эшләмәгәндәрҙең, асарбаҡ­тарҙың, иҫерткес эсемлек яратыу­сы­ларҙың. Эш эҙләп, сит-ят ергә йүнәлгән, шикле юлдаштарға осраған кешеләргә лә һаҡ булырға тәҡдим итәбеҙ. Мутлашыусылар, алдаҡсылар, енәйәтселәр бер ҡатлы, ышаныусан кешеләрҙе һағалап ҡына тора.

 

Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА-БИРГӘНОВА.

*Этик сәбәптәр арҡаһында барлыҡ исемдәр ҙә үҙгәртеп алынды.

Читайте нас: