Телеграмма-каналдарҙа, йәнәһе лә аҙыҡ-түлек етешмәү сәбәпле тауарҙарҙы бер ҡулға һатып алыуға сикләүҙәр индерелә, тигән мәғлүмәт таратыла.
Ысынында иһә ҙур сауҙа селтәрҙәрендә иң кәрәкле продукттар һәм тауарҙар барыһына ла етерлек, тип хәбәр итә войнасфейками.рф порталы. Сикләү саралары алыпһатарҙарға ҡаршы көрәшеү өсөн күрелә: ҡайһы бер төбәктәрҙә йүнсел граждандар минималь өҫтәмә билдәләнгән аҙыҡ-түлек һатып ала башлаған. Шәхси ҡулланыу өсөн түгел: һүҙ тонналап шәкәр һәм ярмалар хаҡында бара, һуңынан уларҙы арттырып һаталар. Алыпһатарҙар менән көрәшер өсөн Рәсәйҙең сауҙа селтәрҙәре властарҙан кәрәк булғанда социаль әһәмиәткә эйә тауарҙарҙы "бер ҡулға" һатыу күләмен сикләргә рөхсәт һораны. Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы уларға ошондай мөмкинлек бирҙе. Аныҡ тауарҙарһәм параметрҙарҙы селтәрҙәр үҙҙәре билдәләйәсәктәр.
Социаль әһәмиәтле тауарҙар исемлеге хөкүмәт тарафынан раҫланған, (https://base.garant.ru/12177401/), уға 24 төр аҙыҡ-түлек инә, улар араһында икмәк, бойҙай оно, һөт, йомортҡа, шәкәр, тоҙ, иттең ҡайһы бер төрҙәре бар.