Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
5 Март 2022, 19:00

Беҙҙең өс проект финалға сыҡты

Конкурсҡа илдәге 40 төбәктән 200-ҙән ашыу заявка бирелгән булған.

Беҙҙең өс проект финалға сыҡты
Беҙҙең өс проект финалға сыҡты

“Ҡатын-ҡыҙ-лидер” программаһын тамамлаусылар сәләмәт тормош алып барыу буйынса интерактив карта булдырасаҡ.

“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” Президент программаһы “Сенеж” идара итеү оҫтаханаһының Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумы менән берлектә ойошторолған “Ҡатын-ҡыҙ-лидер” мәғариф программаһы сығарылыусылары тарафынан “Ҡатындар сәләмәт йәмғиәт өсөн” проекты тормошҡа ашырыла. Проект командаһы финалға сығыусылар һәм еңеүселәр өсөн “Яңы ваҡыттың социаль башланғыстары: сәләмәт йәмғиәт өсөн бергә” темаһы буйынса “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙо. “Ҡатындар сәләмәт йәмғиәт өсөн” платформаһы конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй төбәктәренең сәләмәт тормош алып барыуы буйынса интерактив карта ойоштороласаҡ. Был проект Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Милли медицина тикшереү терапия һәм профилактика медицина үҙәге, Росконгресс фонды, “Милли өҫтөнлөктәр” йәмғиәте һәм “Ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеге – милләт именлеге” Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумы тарафынан булдырылған.

“Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге социаль башланғыстар һәр ҡатынды борсой. Проектта ҡатнашыусыларҙың ҡатындар, балалар, ғөмүмән, ғаилә сәләмәтлегенә күп иғтибар бүлеүен күрәбеҙ”, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй Йәмәғәт палатаһы секретары Лидия Михеева.

“Түңәрәк өҫтәл” эшендә ҡатнашыусылар һаулыҡ ҡиммәттәрен тәрбиәләүҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың айырыуса ҙур роль уйнауы хаҡында әйтте.

“Бөгөн ябай булмаған ваҡытта кешелек мәнфәғәте өсөн гуманитар ҡыҙыҡһыныуҙарҙы арттырырға кәрәк. Был йәмғиәт үҫеше өсөн кәрәк. Беҙ бөгөн “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” Gрезидент программаһы “Сенеж” идара итеү оҫтаханаһының Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумы менән берлектә ойошторолған “Ҡатын-ҡыҙ-лидер” мәғариф программаһы сығырылыусылары тарафынан “Ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәт йәмғиәт өсөн” проектының йомғаҡлау финалын үткәреү сәбәпле йыйылдыҡ”, - тип белдерҙе Росконгресс фонды директорының үҫеш буйынса беренсе урынбаҫары, “Ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәт йәмғиәт өсөн” проект командаһы лидеры Анастасия Столкова.

Конкурста ҡатнашыусылар – илдәге әүҙем социаль ҡарашлы, сәләмәт тормош ҡиммәттәрен алға ҡуйған, һаулыҡҡа һаҡсыл ҡарашлы ҡатын-ҡыҙҙар. Конкурсҡа илдәге 40 төбәктән 200-ҙән ашыу заявка бирелгән.

Башҡортостандан конкурста ҡатнашыу өсөн 17 заявка тапшырылған. Уларҙың өсәүһе финалға үткән. “Әсәлек һәм балалыҡ” номинацияһында финалға сығыусы – Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Дина Фәррәхованың “Бала тап” проекты; “Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге” номинацияһында финалға сығыусы - Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Милана Скоробогатованың “Иң мөһиме тураһында... Яңы быуындың репродуктив һаулығы” проекты; Республика кардиология үҙәге баш табибы Ирина Николаеваның “Башҡортостан Республикаһында сәләмәтлек көндәре” проекты.

“Бәхет биләмәһе” хәйриә фонды попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова сәләмәт тормош алып барыу өлкәһендә социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн йәмәғәт, коммерцияға ҡарамаған һәм һаулыҡ һаҡлау ойошмаларының көстө бергә туплауын мөһим тип иҫәпләй. Миҫал рәүешендә ул Республика йәмғиәт һаулығы үҙәге һәм Башҡортостанда медицина профилактикаһы тәжрибәһен килтерҙе. Улар һаулыҡ һаҡлауға йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам һәм мәғлүмәт булышлығы платформаһына әйләнгән. “Беҙҙә һаулыҡ һаҡлауға, тормош сифатын яҡшыртыуға, сәләмәт тормош алып барыуҙы алға этәреүгә йүнәлтелгән проекттар күп. Үҙҙәре уйлағанды тормошҡа ашырырға әҙер инициативалы һәм идеялы ҡатын-ҡыҙҙар байтаҡ. Уларҙы берләштереү, проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеү, мәғлүмәт йәһәтенән булышлыҡ ҡылыу мөһим. Ошондай системалы ҡараштан тыш масштаблы һөҙөмтә булмаясаҡ”, - тине ул.

“Түңәрәк өҫтәл” һөйләшеүендә эксперттар демография мәсьәләләрен хәл итеү, йәшәү сифатын, ғүмер оҙайлылығын тәьмин итеү өсөн бала саҡтан уҡ һаулыҡҡа, шул иҫәптән дөрөҫ туҡланыуға уйлы ҡараш булдырыу кәрәклеген билдәләне. Һәр дүртенсе бала һимеҙлектән йонсой һәм был иҫкәртеү проблемаһына, медицина проблемаһына әйләнә бара. Ошо хаҡта ла әйтелде.

Фотолар: “Сенеж” идара итеү оҫтаханаһы.

Беҙҙең өс проект финалға сыҡты
Беҙҙең өс проект финалға сыҡты
Беҙҙең өс проект финалға сыҡты
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: