Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Ирина Кононова республика дауаханалары өсөн ташламалы дарыуҙарҙы, препараттарҙы бүлеү һәм уларҙың запасы тураһында һөйләгән.
“Милли медицина мәғлүмәт үҙәктәре тарафынан ай һайын эндокринология, терапия, гериатрия һәм башҡа ауырыуҙар буйынса дарыу препараттары һатып алыу, ташыу буйынса прогноздар эшләнә. Был берәмтәләп һатыуға ла, ташламалы дарыуҙарға ла, стационар шарттарҙа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн дарыуҙарға ла ҡағыла”, - тип белдерҙе ул.
Ирина Кононова шулай уҡ Рәсәйҙә дарыуҙарға контроль “Ғәҙел билдә” тауарҙарҙы маркировкалау һәм тикшереү берҙәм милли системаһы тарафынан атҡарылыуын билдәләне.
“2020 йылдан етештереүселәрҙән һәм ташыусыларҙан препараттар ҡалдығы күҙәтелеп бара. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикованың ҡушыуы буйынса, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау, Сәнәғәт һәм сауҙа министрлыҡтары берлектә төбәктәрҙә ошондай ҡалдыҡтарҙы күҙәтеү өсөн һанлы системалар булдырған. Ай һайын онкологик һәм йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау өсөн препараттар буйынса инциденттар алып барыла”, - тип белдергән республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары.
Фото: pharmvestnik.ru