Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
5 Март 2022, 20:45

"Проектты бар Рәсәйгә күрһәттек"

Федерация Советында “Ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәт йәмғиәт өсөн” конкурсы финалына сыҡҡандарҙы ҡотланылар.

"Проектты бар Рәсәйгә күрһәттек"
"Проектты бар Рәсәйгә күрһәттек"

4 мартта Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Галина Карелова “Ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәт йәмғиәт өсөн” конкурсы финалына сыҡҡандарҙы тәбрикләне.

“Минең өсөн “Ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәт йәмғиәт өсөн” конкурсы финалына сығыу – ҙур шатлыҡ, сөнки был беҙҙең “Бала тап” проекты тураһында тотош илгә һөйләү, проекттың командаһын бар Рәсәйгә күрһәтеү”, - тип белдергән Диана Фәррәхова.

Бынан тыш, республикабыҙҙан тағы түбәндәге проекттар финалға сыҡҡайны. “Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге” номинацияһында финалға сығыусы - Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Милана Скоробогатованың “Иң мөһиме тураһында... Яңы быуындың репродуктив һаулығы” проекты; Республика кардиология үҙәге баш табибы Ирина Николаеваның “Башҡортостан Республикаһында сәләмәтлек көндәре” проекты. Улар сарала шәхсән ҡатнаша алмаған, шуға уларҙың дипломдарын Диана Фәррәхова сығып алған.

Акция республика халҡының төрлө йәштәге халҡын йәлеп итә. Уға ярашлы медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, мәктәптәрҙә балалар өсөн сәләмәтлек дәрестәре ойошторола, хәйриә акциялары, ихатала йөрөүҙәр, “Асыҡ ишектәр көнө" уҙғарыла. Табиптар һәм донор органдары трансплантацияһын үткәргән пациенттар араһында иптәштәрсә футбол матчтары үткәреү ҙә матур йолаға әүерелгән.

Фото: "Башинформ".

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: