Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Күп йүнәлешле дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеү үҙәгенең төп офисында булды. Төбәк етәксеһе коллективтың эше менән танышты һәм унда эшләгән гүзәл заттарҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы.
Учреждение директоры Наталья Куприянова әйтеүенсә, Башҡортостандың күп йүнәлешле үҙәктәре селтәрендә “Минең документтарым” берҙәм бренды аҫтында эшләгән 76 офис һәм 440 территориаль бүлексә бар. Уларҙа өс меңдән ашыу хеҙмәт күрһәтелә. Күп йүнәлешле үҙәк офистары республиканың барлыҡ муниципалитеттарында урынлашҡан.
Республика Башлығы граждандарҙы ҡабул итеү һәм беренсел консультация зонаһын, операция залын, электрон хеҙмәттәрҙе үҙаллы теркәү өсөн ҡулланыусыларға ярҙам итеү секторын, бәйләнештәр үҙәген ҡарап сыҡты.
Күп йүнәлешле үҙәктең төп офисында шулай уҡ криптобиокабина урынлашҡан. Унда биометрик сит ил паспорттары әҙерләнә. Аппарат-программа комплексы – “Ростелеком”дың һәм “Ростех” дәүләт корпорацияһының проекты. Кабинала бармаҡ эҙҙәре һәм документтар сканеры, яңы быуын паспорттарының штрих-кодтарын, микросхемаларын уҡыу ҡулайламалары бар. Ғариза биреүселәрҙең бөтә биометрик мәғлүмәттәре ышаныслы һаҡлана. Республикала бөтәһе ошондай 12 криптобиокабина бар.
Башҡортостан Башлығы күп йүнәлешле үҙәк эшенең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы һәм ундағы ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡынлашып килгән байрам – 8 март менән ҡотланы.
– Ҡасандыр кешеләр 45-әр минут сират көтөп ултыра ине. Күп йүнәлешле үҙәк етәкселеге менән берлектә хәлде яйға һалдыҡ. Бөгөн күп йүнәлешле үҙәк – халыҡҡа дәүләт менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләрен хәл итергә мөмкинлек биргән уңайлы сервис, – тине Радий Хәбиров. – Яҡын арала күп йүнәлешле үҙәктең бизнесҡа ярҙам сараларын киңәйтеүгә бәйле яңы бурыстары барлыҡҡа киләсәк. Һеҙ был эште уңышлы башҡарырһығыҙ тип ышанам.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/150731.html
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/150731.html