Бөгөнгө геройҙарыбыҙ Филүзә менән Илшат Абдуллиндар Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк ауылында йәшәй. Был татыу, тырыш, уңған ғаиләлә биш бала үҫә.
- Үҙем Йәнтештә тыуып үҫкәнмен. Ирем – сығышы менән Татыр-Үҙәктән. 2004 йылда ғаилә ҡорғайныҡ,– ти Филүзә Мәжит ҡыҙы. – Башта Атингән ауылында ете йыл йәшәнек. Ирем унда участковый булғайны.
Әлеге ваҡытта ғаилә башлығы Илшат Әйүп улы ошо хеҙмәтенән айырылмаған, тик хәҙер Татыр-Үҙәктә эшләй. Полиция майоры Илшат Абдуллиндың хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итеүенә байтаҡ инде. Ә ғаилә усағын һаҡлаусы Филүзә Йәнтештәге “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булған. Әлегә ғаиләләге кинйәбикә Гүзәлиә менән декрет ялында. Иркә, сибәр ҡыҙыҡай – апай-ағайҙарының яратҡан туғаны. Ә уларҙы Гүзәлиә көн һайын Татыр-Үҙәк урта махсус белем биреү мәктәбенән ихлас көтөп ала.
Филүзә менән Илшат Абдуллиндарҙың өлкән улдары Даянға – 16 йәш. Ул – Х класс уҡыусыһы. Әсәһе һөйләүенсә, егет артыҡ һүҙ сурытырға яратмай, барыһын да уйлап һөйләй икән. Әлегә ул киләсәктә ниндәй һөнәр һайлаясағы хаҡында ныҡлап бер фекергә килмәһә лә, бына спорт менән күптән дуҫлашҡан. Ғөмүмән, ғаиләләге өс малай ҙа хоккей уйнарға ярата. 13 йәшлек Илсур VII класта яҡшы ғына уҡып йөрөп кенә ҡалмай, ағаһы менән хоккей, тағы футбол уйнарға әүәҫ. Өсөнсө улдары Айнурға – һигеҙ йәш. Ағайҙарынан айырмалы, ул шаяныраҡ, мутыраҡ икән.
15 йәшлек Дания иһә ғаиләләге өлкән ҡыҙҙарға хас булғанса, ағайҙары менән һеңлеһенә күҙ-ҡолаҡ булырға күнеккән. “Ул шул тиклем хәстәрле, беҙҙең терәк-таянысыбыҙ”, – ти шатлыҡ-бәхет нурҙарына сорналған әсәй.
Балалар спорт менән мауыға, тип яҙғайныҡ. Ә был башланғыс – ата-әсәнән: Филүзә Абдуллина үҙе волейбол менән дуҫ. Уларҙың хатта ауыл ҡатын-ҡыҙҙарынан торған волейбол командаһы Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа ойошторолған ярыштарҙа икенсе урын яулаған.
Ғаиләлә татыулыҡ, бер-береңә ышаныс һәм тыныс мөхит булғанда, әллә ниндәй маҡсаттарға өлгәшергә мөмкин. Быға Абдуллиндар ғаиләһе менән танышҡандан һуң, тағы бер тапҡыр инандыҡ. Өҫтәүенә, ишле ғаиләнең иркен, матур йорто, ихата тулы мал-тыуары бында бәхетлеләр йәшәгәнлегенә ишара. Балаларының ошондай матур тормош ҡороуына өләсәй-олатайҙар – Зөлфиә менән Мәжит Моталовтар, Роза һәм Әйүп Абдуллиндар – сикһеҙ шат. Был аңлашыла ла: балаңдың бәхетле йәшәүен күреүе үҙе ҙур бәхет бит! Улар ҙа ишле ғаиләгә ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә ынтыла, хатта ейән-ейәнсәрҙәрен төрлө шөғөлгә, мәҫәлән, умартасылыҡ серҙәренә өйрәтә икән.
...Ә күп балалы әсә Филүзә Мәжит ҡыҙының бәхете – ҡыҙҙарының һәм улдарының һау-сәләмәт, шат булыуында. Өҫтәүенә, ире Илшат Әйүп улы ла уның ныҡлы таяныс-терәге, ә үҙе ошо ғаилә усағын төрлө ел-дауылдарҙан, һалҡын елдәрҙән һаҡлаусы...
Фотолар: Абдуллиндарҙың ғаилә архивынан.