Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
6 Март 2022, 20:00

Апрелдә төҙөлөп бөтөргә тейеш

Радий Хәбиров: "Беҙ республика халҡы юғары сифатлы медицина ярҙамы алһын өсөн хәлдән килгәндең барыһын да эшләйбеҙ".

Апрелдә төҙөлөп бөтөргә тейеш
Апрелдә төҙөлөп бөтөргә тейеш

Республика Башлығы Радий Хәбиров Сибай ҡалаһына эш сәфәрендә яңы ковид-госпиталь төҙөлөшө менән яҡындан танышты. Эш былтыр 30 декабрҙә башланды, уны атҡарып сығыу өсөн төбәк бюджетынан 1,8 миллиард һум аҡса бүленде.

Радий Хәбиров төҙөлөш барышын ҡарап, социаль селтәрҙәге сәхифәһендә тәьҫораттары менән уртаҡлашты:

"Сибай. Был – беҙҙең дүртенсе COVID-госпиталь. Туймазылағы инфекция дауаханаһының игеҙәге. 

Икәүһенең лә майҙаны туғыҙар мең квадрат метр. 50 палатаға иҫәпләнгән, бында кислородҡа тоташтырылған 230 урын буласаҡ. Апрелдә төҙөлөп бөтөргә тейеш. Бөгөн эштәр график буйынса бара.

Коронавирусҡа бәйле хәл, Аллаға шөкөр, тотороҡлана. Сирлеләр, айырыуса дауаханаға мөрәжәғәт итеүселәр һаны кәмене. Әлбиттә, был барлыҡ инфекция үҙәктәрен йоҙаҡларға тигәнде аңлатмай. Әлеге дауахана, мәҫәлән, бөтә Урал аръяғын хеҙмәтләндерәсәк. Бында инфекция ауырыуҙары, терапия, эске сирҙәр, лаборатор диагностикалау йүнәлештәре буйынса медицина ярҙамы күрһәтеү ҡаралған. 

Беҙ республика халҡы юғары сифатлы медицина ярҙамы алһын өсөн хәлдән килгәндең барыһын да эшләйбеҙ. Һәм ошонда туҡталып ҡалмаҫбыҙ. Барығыҙға ла именлек!" 

Фото һәм видео: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас в