Рәсәйҙә аҙ килемле ғаиләләр өсөн өҫтәмә ярҙам саралары индерелә. 8-16 йәшлек балаларға ай һайын аҡса түләнәсәк. Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин хәбәр итте.
“Беҙ яңы ҡарар ҡабул итергә тейешбеҙ тип иҫәпләйем – һигеҙ йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға ай һайын аҡса түләнәсәк, һыҙыҡ өҫтөнә алам, аҙ килемле бөтә ғаиләләр өсөн, уларға ярҙам итеү өсөн. Был сара 1 апрелдән индерелә, ә беренсе түләүҙәрҙе ғаиләләр майҙа аласаҡ”, – тине дәүләт башлығы.
Владимир Путин бөгөн илдә йөклө ҡатындар һәм ете йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән аҙ килемле ғаиләләр өсөн айлыҡ дәүләт түләүҙәре барлығын билдәләне. Бынан тыш, 8-16 йәшлек балалар тәрбиәләгән яңғыҙ ата-әсәләргә ярҙам күрһәтелеүен иҫкә төшөрҙө. ”Дәүләт үҙ яғынан ғаиләләрҙе яҡлау өсөн бөтәһен дә эшләйәсәк. Был - беҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлешебеҙ”, – тине Владимир Путин.
Фото:imag.one