Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
9 Март 2022, 21:00

Кемгә күпме аҡса биреләсәк?

Башҡортостанда 8 - 16 йәшлек балаларға пособиеларҙы 2022 йылдың майында түләй башлаясаҡтар.

Кемгә күпме аҡса биреләсәк?
Кемгә күпме аҡса биреләсәк?

Башҡортостанда йәшәүселәр һигеҙ йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға яңы түләүҙәрҙе быйыл майҙа ала башлаясаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә, 8 мартта, Рәсәй Президенты Владимир Путин балалы ғаиләләргә ярҙам саралары булараҡ ошо хаҡта белдергәйне.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, яңы түләүҙәрҙе тәғәйенләү өсөн шарттар өстән ете йәшкә тиклемге балаларға тәғәйенләнгән кеүек үк. Пособиелар Башҡортостандағы балаға йәшәү минимумынан алып 50, 75 йәки 100 процент күләмендә тәғәйенләнәсәк. Шул уҡ ваҡытта ғаиләнең милке иҫәпкә алынасаҡ.

Алгоритм түбәндәгесә. Әгәр балаға төбәктәге йәшәү минимумының 50 проценты күләмендә (5 339,5 һум) пособие тәғәйенләнгәндә, ғаиләнең йән башына уртаса килеме халыҡтың йән башына йәшәү минимумы кимәленән кәм булғанда, пособие балаға төбәктә йәшәү минимумы кимәленең 75 проценты (8 009,25 һум) кимәлендә тәғәйенләнәсәк.

Әгәр балаға төбәктәге йәшәү минимумының 75 проценты (8 009,25 һум) күләмендә пособие тәғәйенләнгәндә, ғаиләнең йән башына уртаса килеме халыҡтың йәшәү минимумы кимәленән кәм булғанда, пособие балаға төбәк йәшәү минимумы кимәленең 100 проценты (10 679 һум) тәғәйенләнәсәк.

Башҡортостанда балалы ғаиләләр барлығы 20 төр пособие ала. Уларҙың 11-е – төбәк бюджеты иҫәбенә, туғыҙы – федераль иҫәптән. Йыл һайын республикала түләүҙәр буйынса балалы 70 мең тирәһе ғаилә мөрәжәғәт итә. Шулай итеп, өстән ете йәшкә тиклемге балалар өсөн пособиеларҙы 67 987 ғаилә ала һәм уларҙа 79 519 бала тәрбиәләнә.

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

#Обьясняем-Башкортостан

Кемгә күпме аҡса биреләсәк?
Кемгә күпме аҡса биреләсәк?
Кемгә күпме аҡса биреләсәк?
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: