Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
9 Март 2022, 21:30

Сирләгәндәр һаны кәмей

Икенсе тәүлек инде Башҡортостанда COVID-19-ҙан үлеү осраҡтарының кәмеүе теркәлде.

Сирләгәндәр һаны кәмей
Сирләгәндәр һаны кәмей

Төбәктәге оператив штаб мәғлүмәттәренә ҡарғанда, 9 мартта яңы коронавирус инфекцияһынан биш үлем осрағы теркәлгән. Бер көн элек был һан 11 ине.

Был сир менән 5 354 кеше ауырыған, уларҙың 4 551-е – 60 йәштән өлкәндәр. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы ваҡытта Башҡортостанда 17-20-нән кәм булмаған кешенең ғүмере өҙөлә ине.

Сирләү осраҡтарына килгәндә, ул да кәмегән. Һуңғы тәүлектә лабораторияларҙа 3009 кешенең коронавирус менән сирләүе асыҡланған. Шул уҡ ваҡытта пандемия башынан инфекция эләктергәндәр һаны 251 мең тәшкил иткән. Табиптар күҙәтеүендә - 263 пациент, уларҙың 27-һе – ауыр хәлдә, яһалма тын алыу аппаратына дүртәүһе тоташтырылған.

208 492 кеше һауығып дауахананан сығарылған, уларҙың 894-е – һуңғы тәүлектә.

Фото: news.myseldon.com

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: