Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2019 йылда ойошторолған “Һөт кухняһы” етештереү-сауҙа селтәре республиканың аҙ тәьмин ителгән ғаиләләренән йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙы, ашатыусы әсәләрҙе һәм өс йәшкәсә балаларҙы, шулай уҡ опекаға алынғандарҙы махсус һөт аҙыҡтары, ҡоро ҡатнашмалар менән бушлай тәьмин итә. Был хаҡта Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев һөйләне.
Учреждение структураһында һөт продукцияһын етештереү буйынса ете производство эшләй. Улар Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Белорет ҡалаларында һәм Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында урынлашҡан. Бер тәүлек эсендә 35 тонна һөттән 17 төр тауар етештерелә. Шулай уҡ “Һөт кухняһы” мәктәп йәшендәге балалар өсөн органик йод менән байытылған һөт ризыҡтарын сығарыуҙы ойошторҙо. Тейешле лаборатор һынауҙар үткәрелгән, һәм апрелдә үк уҡыусылар йод менән байыҡтырылған яңы продукцияны баһалай аласаҡ.
– Республикалағы “Һөт кухнялары” селтәре Рәсәйҙә иң күләмле проекттарҙың береһе булып тора, сөнки ул бөтә республика халҡын үҙ эсенә ала. 140 таратыу пункты, шул иҫәптән фирма пункттары, павильондар, дарыуханаларҙа һәм поликлиникаларҙа биреү нөктәләре, мобиль биреү пункттары – махсуслаштырылған автокибеттәр, интернет-магазин эшләй, – тине Алексей Гусев. – “Йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм бәләкәй балаларҙы һөт продукцияһы менән тәьмин итеү системаһы”н булдырыу тәжрибәһен “Смартека” тотороҡло үҫеш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу платформаһында тәҡдим иттек. Беҙҙең тәжрибәне Вологда өлкәһенән, Мордовиянан, Ханты-Манси автономиялы округынан коллегаларыбыҙ өйрәнде.
“Һөт кухняһы” предприятиеһы дәүләт заданиеһын үтәү менән бер рәттән бюджеттан тыш эшмәкәрлекте лә әүҙем үҫтерә. Продукция федераль һәм республика сауҙа селтәрҙәрендә, шулай уҡ йәмәғәт туҡланыуы өлкәһе, шәхси медицина ойошмалары аша һатыла, интернет-магазин эшләй. 24 муниципалитетта балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре һәм мәктәп уҡыусылары “Һөт кухняһы” продукцияһын ала. 2021 йылда коммерция эшмәкәрлегенән килгән табыш 79 миллион һум тәшкил иткән.
Ата-әсәләргә бушлай һөт ризыҡтарын алыуға документтар тапшырыу өсөн дистанцион кәрәкле документтар пакеты тапшырыуға, шулай уҡ Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәк аша хеҙмәттәр алырға мөмкинлек биргән мобиль ҡушымта ябайлаштырылды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына “Һөт кухняһы”ның етештереү ҡеүәтен арттырыу эшен дауам итергә һәм сығарылған продукцияның сифаты мәсьәләләрен теүәл үтәргә ҡушты.
– “Һөт кухняһы” проектының үҫеше – дәүләттең балалар тураһында хәстәрлек күреүенең яҡшы өлгөһө, – тине Радий Хәбиров. – Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 26 мең бала бушлай сифатлы аҙыҡ-түлек ала. “Һөт кухняһы” брендын артабан да юғары кимәлдә тоторға кәрәк.
Фото: oktnews.ru