Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
10 Март 2022, 21:30

Саҡмағоштар 1,8 тонна гуманитар ярҙам йыйҙы

"Халыҡ бик әүҙем булып сыҡты. Ойошма-предприятиелар ҙа акциянан ситтә ҡалманы".

Саҡмағоштар 1,8 тонна гуманитар ярҙам йыйҙы
Саҡмағоштар 1,8 тонна гуманитар ярҙам йыйҙы

Саҡмағош районындағы “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһендә Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам йыйыу буйынса булдырылған пункт бөгөн әйберҙәрҙе партияның төбәк бүлексәһендәге штабҡа оҙатты.   

“Беҙ бөгөн гуманитар ярҙамды артабан Луганск һәм Донецк республикалары халҡына тапшырыу өсөн ебәрәбеҙ. Акцияла ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерәбеҙ. Изгелегегеҙ үҙегеҙгә икеләтә ҡайтһын. Барыбыҙға ла тыныс күк йөҙө”, – тине “Ғаилә” хеҙмәте етәксеһе Илвера Шәймөхәмәтова.

“Беҙҙең хәстәрлек” үҙәге ирекмәндәре әйберҙәрҙе ҡаптарға һалып, автобусҡа урынлаштырҙы.

“Саҡмағош районы халҡы тарафынан 1,8 тонна гуманитар ярҙам йыйылды. Ойошмалар һәм предприятиелар акциянан ситтә ҡалманы. Халыҡ та бик әүҙем булып сыҡты”, – тине партияның урындағы бүлексәһе секретары Илмира Федорова.

Был аҙнала Башҡортостандан Луганск һәм Донецк республикаларына 75 тонна гуманитар ярҙам оҙатылды. Аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ төбәктең бөтә ҡала һәм райондарынан йыйылды. Гуманитар ярҙам Йәмәғәт ярҙамы штабында, Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса ҡабул ителә. Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бөтә 63 бүлексәһендә тапшырырға мөмкин.

Эш режимы:

Дүшәмбе – йома: иртәнге 9-ҙан 21.00 сәғәткә тиклем;

шәмбе–йәкшәмбе: иртәнге 9-ҙан 18.00 сәғәткә тиклем.

Йәмәғәт ярҙамы штабының берҙәм колл-үҙәге – 8(347) 218-19-19. 8.00 - 20.00 сәғәттәрҙә шылтыратырға мөмкин.

Фото: ДТРК.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: