Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
10 Март 2022, 19:45

Тағы вакцина килтерелгән

12 йәштән өлкәнерәк үҫмерҙәр өсөн COVID-19-ҙан яңы “Спутник М” вакцинаһы партияһы алынды.

Тағы вакцина килтерелгән
Тағы вакцина килтерелгән

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, төбәк үҫмерҙәре өсөн 960 доза вакцина алып киленгән. “Яҡын арала медицина ойошмаларына бүленәсәк”, - тип белдергәндәр ведомствола.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 12-нән 15 йәшкә тиклемге балаларҙы вакцинациялау ата-әсәһенең яҙма рөхсәте нигеҙендә атҡарыласаҡ, 15 йәштән өлкәнерәктәр документты үҙаллы тултыра ала.

Быға тиклем Башҡортостанда 12-нән 18 йәшкә тиклемге 2880 үҫмер вакцина яһатҡан.

Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: