Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
10 Март 2022, 21:15

Уртаса пенсия күләме күпме тәшкил итә?

Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы түбәндәгеләр хаҡында хәбәр итте.

Уртаса пенсия күләме күпме тәшкил итә?
Уртаса пенсия күләме күпме тәшкил итә?

Быйыл 1 ғинуарға уртаса пенсия күләме 16 399 һум тәшкил иткән. Былтыр ошо уҡ ваҡытта был һан 15 256 һум булған. Шул мәлдән алып пенсионерҙар һаны 1,175 миллиондан 1,149 миллионға тиклем кәмегән.

Башҡортостандағы пенсионерҙарҙың күп өлөшө, йәғни яҡынса 1,051 миллион кеше страховка пенсияһын ала. Ә уның уртаса күләме 2022 йылдың 1 ғинуарына 16 942 һумдан ашҡан. Был, бер йыл элекке менән сағыштырғанда, 1229 һумға күберәк.

Дәүләт пенсия тәьмин ителеше буйынса пенсия алғандар, ғәҙәттәгесә, күберәк һәм уның уртаса пенсия күләме ағымдағы йыл башына 10 617 һум тәшкил иттте, тип белдерәләр Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында.

Фото: vologda.bezformata.com

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: