Инсулинды әҙерләгән донъя етештереүселәре үҙҙәренең Рәсәй баҙарында эшләүен һәм уны килтереүҙе дауам итәсәген яҙма рәүештә раҫланы. Илебеҙ инсулинын да етештереү һәм гражданлыҡ әйләнешенә индереү план буйынса бара.
Әле Рәсәйҙә инсулиндың 17 препараты һәм аналогтары теркәлгән: уларҙың 13-ө ғүмер өсөн мотлаҡ.
I типтағы шәкәр диабетын дарыуҙар менән тәьмин итеү хәүеф тыуҙырмай, тип белдерә Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Ведомствола әйтеүҙәренсә, инсулинға мохтаж пациенттар препараттарҙы табип рецебы буйынса бушлай алыу хоҡуғына эйә. Әйткәндәй, дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе өҫтөнлөклө булып ҡала һәм ул – илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, “Росздравнадзор”ҙың даими контролендә.
Әгәр инсулинлы дарыуханала таба алмаһағыҙ, “Росздравнадзор”ҙың "ҡыҙыу бәйләнеш"енә 8(800)550-99-03 телефоны буйынса мөрәжәғәт итегеҙ.
Фото: ntv.ru