Белорет районының Николаевка ауыл биләмәһе хакимиәте бына бер нисә йыл рәттән “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында уңышлы ҡатнаша.
2018 йылда Мәхмүт ауылы халҡы ошо программаға ҡушылып, мәктәптең йылытыу системаһын алмаштырыуға өлгәште. Хәҙер балалар йылы мәктәптә белем ала. 2021 йылда ла Николаевка ауыл билмәһе хакимиәте был конкурста ҡатнашып, өр-яңы тракторлы булды.
2022 йылда ауылыбыҙ халҡы менән кәңәшләшеп, тағы ла “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашырға булғандар.
– Мәктәбебеҙ түбәһе яңыртылды, йылытыу системаһы ла яңы, ләкин мәктәбебеҙҙең тәҙрәләре күптән серегән, ел булһа, үтәнән-үтә өрөп тора. Шуға ла буранлы көндәрҙә уҡыу бүлмәләре һалҡын була. Йыйылышта Николаевка һәм Мәхмүт ауылы халҡы күпселек тауыш менән мәктәптең тәҙрәләрен яңыртыу өсөн тауыш бирҙе.
Мәктәп бит ауылдың төп терәге, балаларҙың икенсе өйө. Тәҙрәләре лә өр-яңы булып, балҡып торһа, класс бүлмәләре тағы ла яҡтыраҡ та, йылыраҡ та булыр ине.
Быйылғы конкурста ла һайлап алыу турын уңышлы үтербеҙ тип ышана Мәхмүт мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары, – тип уртаҡлашты Мәхмүт урта белем биреү мәктәбе директоры Сәлим Асҡаров.
Фото: Сәлим Асҡровтың ғаилә архивынан.