11 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте президенты, Бөтә донъя һаңғырауҙар федерацияһы советы ағзаһы Станислав Иванов менән осрашты. Яҡтар 2022 йылда Өфөлә II DeafSkills ишетеү һәләте насар кешеләрҙең профессиональ оҫталығы буйынса милли чемпионат үткәрелеүгә бәйле фекер алышты.
– Башҡортостандың бындай масштаблы форумдарҙы уҙғарыу буйынса ҙур тәжрибәһе бар. Илдең 76 төбәгенән командалар ҡатнашҡан “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалын ҡабул итте. DeafSkills һәм Ворлдскиллс хәрәкәттәренең дөйөм яҡтары күп. Һәм беҙ яҡшы практикаларҙы көсәйтә алабыҙ, - тине Радий Хәбиров. – Республикала биш меңдән ашыу ишетеү һәләте насар булған кеше йәшәй. Уларҙың барыһы ла теге йәки был кимәлдә социаль реабилитацияға, адаптацияға, һәм, әлбиттә, иғтибарға, ярҙамға мохтаж.
Төбәк етәксеһе чемпионаттың ярыш программаһын республика ихтыяжынан сығып эшләү хаҡында белдерҙе.
Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте президенты Станислав Иванов Башҡортостандың буласаҡ чемпионатты үткәреү өсөн мөмкинлектәрен юғары баһаланы. Ул шулай уҡ республика етәкселегенең уңайлы мөхит үҫешенә бүлгән иғтибарын билдәләне.
- Миңә ҡунаҡсыл төбәктә булыуы оҡшай, бында йыш булам. Башҡортостан үҙенең матурлығы менән генә дан тотмай. Беҙ бында инвалидлығы булғандарҙың көндәлек мәсьәләләрен хәл итеүгә ынтылышты күрәбеҙ, - тине Станислав Иванов. – Статистика буйынса, ишетеү буйынса инвалидтар дөйөм халыҡтың биш процентын тәшкил итә. Улар ярҙамға, белем алыуға, хеҙмәттәрҙән файҙаланыуға мохтаж. DeafSkills майҙансығында ишетеү һәләте насар йәштәр үҙенең һөнәри оҫталығын күрһәтәсәк.
Радий Хәбиров һәм Станислав Иванов Өфөлә Һаңғырауҙар мәҙәниәте йорто үҫеше мөмкинлектәре тураһында һөйләште. Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе Ольга Шевнина ойошманың DeafSkills чемпионатын әҙерләүгә әүҙем ҡушылыуы хаҡында әйтте. Шулай итеп, сараны ойоштороуҙа ым-ишара теле тәржемәселәре, ирекмәндәр, Мәҙәниәт йорто артистары ярҙам итәсәк.
Фекер алышыу һөҙөмтәләре буйынса Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе Ольга Шевнинаға Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттары үҫеше советы составына инергә тәҡдим итте.
Фотолар: glavarb.ru