Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
11 Март 2022, 13:34

Киләсәк быуындың һаулығы – төп маҡсат

Беҙҙең тәжрибәне Рәсәйҙең башҡа төбәктәре лә өйрәнә һәм ҡуллана.

blagpanorama.com
Фото: blagpanorama.com

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһында эш башлағанда, күп кенә матур проекттарға башланғыс биргәйне. Шуларҙың береһе – “Һөт кухнялары”н тергеҙеү һәм үҫтереү. Был ҙур эш республикала 2019 йылда башланды һәм әле бар Башҡортостанды тулыһынса тиерлек биләп алды.

 

Ғорурланмау мөмкин түгел!

 

Беҙҙең тәжрибәне Рәсәйҙең башҡа төбәктәре өйрәнә һәм үҙҙәренә индерә башланы. Бәләкәй балалар, йөклө һәм бала ашатҡан ҡатын-ҡыҙҙар, етемдәр бөгөн был сифатлы һөт тауары менән бушлай туҡлана алһын әле! Ғорурлыҡмы? Әлбиттә, ғорурлыҡ! Был турала төбәк етәксеһе үҙе лә йыш ҡына социаль селтәрҙәрҙә яҙа, проект­тың яңылыҡтары менән уртаҡлаша һәм киләсәккә пландар тураһында һөйләй. Бына уның был туралағы һуңғы яҙмаларының береһе.

“Нимә менән ысынлап ғорур­ланам – бөгөн шул турала яҙам. Башҡортостан – ҙур күләмдәге һөт кухнялары селтәрен йәйелдергән бик аҙ төбәктәрҙең береһе. Был юлды башлағанда, һөт кухняһы Өфөлә генә булды һәм өс мең кешене йәлеп итте. Был яҡшы тәжрибәне бөтә республикаға тараттыҡ – хәҙер 26 мең кешене: балаларҙы, йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙы тәьмин итәбеҙ. Ишле ғаиләләрҙәге, ауыр хәлдәге ғаиләләрҙәге балалар, опекаға алынған балалар һөт ризыҡтарын бушлай ала.

Тотош инфраструктура бул­дырҙыҡ: әгәр элек беҙҙә бер генә һөт заводы булһа, хәҙер иһә бөтә Башҡортостан буйынса тиҫтәгә яҡын етештереү цехы бар. Беҙ эшләй башлағанда таратыу үҙәктәре Өфөлә генә ине, хәҙер улар – бөтә республика буйынса 140-тан ашыу. Сеймалға һәм етеш­тереүгә айырым талаптар ҡуябыҙ, сөнки һүҙ иң ҡәҙерле кешеләрҙең – балаларыбыҙҙың туҡланыуы һәм һаулығы тураһында бара. Продукция ысынлап та файҙалы һәм тәмле. Быны “Һөт кухняһы” наград­ланған күп һанлы миҙалдар ҙа дәлилләй – Рәсәйҙә иң күбе беҙҙә­лер, моғайын. Һәм, әлбиттә, быны беҙҙең сауҙа селтәрҙәрендә иң популяр аҙыҡ-түлек – балалар һөтө, эремсек, йогурт – булыуы раҫлай.

Әлегә Башҡортостанда һөт кухнялары селтәрен артабан үҫтереү буйынса бөтә пландарҙы ла асмайым, әммә улар беҙҙә бар һәм бик ҙур”, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы февраль аҙағында.

 

Бар республика халҡын үҙ эсенә ала

 

Шулай итеп, Радий Хәбировтың башланғысы менән 2019 йылда ойошторолған “Һөт кухняһы” етеш­тереү-сауҙа селтәре республика­ның аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә­ренән йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙы, ашатыусы әсәләрҙе һәм өс йәшкәсә балаларҙы, шулай уҡ опекаға алын­ғандарҙы махсус һөт аҙыҡтары, ҡоро ҡатнашмалар менән бушлай тәьмин итә. Был хаҡта ошо көндәрҙә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев ентекләберәк һөйләне.

Учреждение структураһында һөт продукцияһын етештереү буйынса ете производство эшләй. Улар Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Белорет ҡала­ларында һәм Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында урын­лашҡан. Бер тәүлек эсендә 35 тонна һөттән 17 төр тауар етештерелә.

– Республикалағы “Һөт кухняһы” селтәре Рәсәйҙә иң күләмле проекттарҙың береһе булып тора, сөнки ул бөтә республика халҡын үҙ эсенә ала. 140 таратыу пункты, шул иҫәптән фирма пункттары, павильондар, дарыуханаларҙа һәм по­ликлиникаларҙа биреү нөктә­ләре, мобиль биреү пункттары – махсуслаштырылған автокибеттәр, интернет-магазин эшләй, – тине Алексей Гусев. – “Йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм бәләкәй балаларҙы һөт продукцияһы менән тәьмин итеү системаһы”н булдырыу тәжрибәһен “Смартека” тотороҡло үҫеш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу платформаһында тәҡдим иттек. Беҙҙең тәжрибәне Вологда өлкә­һенән, Мордовиянан, Ханты-Манси автономиялы округынан коллегаларыбыҙ өйрәнде.

“Һөт кухняһы” предприятиеһы, дәүләт заданиеһын үтәү менән бер рәттән, бюджеттан тыш эшмәкәр­лекте лә әүҙем үҫтерә. Продукция федераль һәм республика сауҙа селтәрҙәрендә, шулай уҡ йәмәғәт туҡланыуы өлкәһе, шәхси медицина ойошмалары аша һатыла, интернет-магазин эшләй. 24 муниципалитетта балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре һәм мәктәп уҡыусылары “Һөт кухняһы” продук­цияһын ала. 2021 йылда коммерция эшмәкәрлегенән килгән табыш 79 миллион һум тәшкил иткән.

 

Система ябайлаштырыла

 

Был тәңгәлдәге тағы бер матур яңылыҡ – былтыр декабрь аҙа­ғында балалар өсөн бушлай аҙыҡ-түлек алыу өсөн документтар һа­нын ҡыҫҡартыу тураһындағы закон үҙ көсөнә инде. Башҡортостан Хө­кү­­мәтенең 784-се ҡарарына үҙгә­рештәр индерелде. Тап уға ярашлы, өс йәшкә тиклемге балалар, йөк­лө ҡатындар, сабый имеҙгән әсәйҙәр һөт продукцияһы, ҡоро ҡу­шылмалар менән бушлай тәьмин ителә.

– Ташламаларға эйә булыу өсөн документтар менән эш итеүҙең нисек мәшәҡәтле икәнлеген иҫәпкә алып, был процедураны мөмкин тик­лем ябайлаштырырға тырыша­быҙ, – тине министр Алексей Гусев. – Шуға бушлай туҡланыуҙы рәс­миләштереү тәртибенә үҙгәрештәр индереү башланғысы менән сығыш яһаныҡ.

Документтар исемлегенән урын буйынса йәшәгәнде йәки мохтаж булғанды раҫлаған документ алынған. Хәҙер ғаилә составы тураһындағы был белешмәне баланы опекаға алғандарға йәки ата-әсәләргә документтарҙы беренсе тапҡыр юллағанда ғына күрһәтергә кәрәк. Ә документтарҙы “Һөт кух­няһы” пункты, “Минең документтар” күп функциялы үҙәге йәки мобиль ҡушымта аша бирергә мөмкин.

Эйе, беҙҙең “Һөт кухняһы” ха­лыҡҡа тағы ла нығыраҡ яҡыная. Күп кешеләргә хеҙмәттәрҙе интернет аша алыуы уңайлы булыуын иҫәптә тотоп, бушлай һөт ризыҡ­тары алыуға документтар биреү йәки уларҙы яңыртыу өсөн мобиль ҡушымта ғәмәлгә индерелде. Хәҙер бөтә белешмәләрҙе, документ­тарҙы интернет аша ебәрергә мөмкин.

Ҡушымта ярҙамында “Һөт кухня­һы”ның эшмәкәрлегенә ҡағылышлы көнүҙәк яңылыҡтарҙы белергә, продукцияға заказ бирергә, һөт ризыҡтары биреү пунктын һайларға була. “Молочной кухни онлайн” тип аталған ҡушымта Android һәм IOS платформаларында эшләй.

Ошо көндәрҙә иһә ата-әсәләргә бушлай һөт ризыҡтарын алыуға документтар тапшырыу өсөн дистанцион кәрәкле документтар пакеты тапшырыуға, шулай уҡ Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәк аша хеҙмәттәр алыуға мөмкинлек биргән мобиль ҡушымта тағы ла ябайлаштырылған.

 

Дәүләт балалар тураһында хәстәрлек күрә

 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына “Һөт кухняһы”ның етештереү ҡеүәтен арттырыу эшен дауам итергә һәм сығарылған продукцияның сифаты мәсьәләләрен теүәл үтәргә ҡушты.

– “Һөт кухняһы” проектының үҫеше – дәүләттең балалар тура­һында хәстәрлек күреүенең яҡшы өлгөһө, – тине Радий Хәбиров. – Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 26 мең бала бушлай сифатлы аҙыҡ-түлек ала. “Һөт кухняһы” брендын артабан да юғары кимәлдә тоторға кәрәк.

Ысынлап та, беҙҙә һөт кухнялары селтәре – Рәсәйҙә иң тармаҡ­лыһы. Әммә беҙ уны артабан да даими үҫтерәсәкбеҙ. Үҙебеҙҙең һөттән әҙерләнгән сифатлы продукция балаларыбыҙ, буласаҡ әсәләр өсөн бик файҙалы бит.

Һөт продукцияһын һәм ҡоро ҡатнашмаларҙы Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан  таратыу пункттарында һәм 17 дәүләт дарыу­ханаһында бирәләр һәм һаталар. Таратыу пункттары һәм дарыуханалар булмаған тораҡтарға автолавкалар сыға, улар өҫтәмә рәүештә тағы 64 биләмәне үҙ эсенә ала. Һөт продукцияһын биреүгә ҡайһы бер селтәр магазиндарын йәлеп ителгән. Әйткәндәй, фирма пункттарында, “Һөт кухняһы” продукцияһынан тыш, урындағы етештереүселәрҙең тауарҙары ла тәҡдим ителгән – 50-ләгән төр аҙыҡ-түлек (үлән йыйымдары, емеш-еләк чипстары, ҡыяҡлы батондар, туңдырма). Дөйөм алғанда, 2021 йыл һуҙымында бәләкәстәр өсөн “Һөт кухняһы” 16 миллион порция һөт, кефир, эремсек һәм йогурт етештерелгән.

Былтыр махсус колл-үҙәк асылды, +7(347)246-55-01 телефон номеры буйынса белешергә мөмкин. Мобиль ҡушымта эшкә ҡушылды:  https://clck.ru/anyzn. Башҡортостан “Һөт кухняһы” сайты: https://milkrb.ru

Бөтә цехтар ҙа заманса ҡора­малдар менән йыһазландырылған, 300-гә яҡын өҫтәмә эш урындары булдырылған.

Предприятие бер ҡасан да бер урында тормай. Улар әленән-әле та­уарҙар һанын арттыра һәм улар­ҙы төрләндерә. Мәҫәлән, йыл аҙағында ғына тауар линейкаһында яңы аҙыҡ-түлек барлыҡҡа килгән: бер нисә ҡаптарға һалынған емеш-еләк ҡушылған эремсек. Быйыл алма менән груша һәм персик ҡушылған эремсек етештереү – шуға асыҡ миҫал. Маҡсат – бәләкәстәргә уларҙың һәр береһе тәмле лә, файҙалы ла булһын.

Файҙалы тигәндән, ошо арала “Һөт кухняһы” мәктәп йәшендәге балалар өсөн органик йод менән байытылған һөт ризыҡтарын сығарыуҙы ойошторҙо. Тейешле лаборатор һынауҙар үткәрелгән, һәм апрелдә үк уҡыусылар йод менән байыҡтырылған яңы продукцияны баһалай аласаҡ.

“Мөмкинлек булыу менән тауар­ҙы таратыу пункттарын киңәйтергә планлаштырабыҙ, ә киләсәктә республиканың бөтә райондарын да үҙҙәре етештергән тауар менән тәьмин итергә уйлайбыҙ. Был йү­нәлеште бик перспективалы, мө­һим тип иҫәпләйем. Беҙҙең бала­ларҙың һәм әсәйҙәрҙең һаулығы бөтәһенән дә өҫтөн”, – тигән фекерҙә республика Башлығы.

 

Роза ИБРАҺИМОВА, Өфө ҡалаһы:

– Беҙҙең халыҡта “бушлай, тимәк, насар сифатлы” тигән ҡараш бар. Өс йыл элек ҙур улым тыуғанда танышымдан “Һөт кухня”һында сифатлы һөт аҙыҡтарын бушлай алыу мөмкинлеге тураһында ишеткәс, ышанмай торғайным. Сифаты насар йә тәмһеҙҙер тип уйланым. Тик барыбер юлланым, һәм тәмләп ҡарағас, ҡыуандым. Шул тиклем тәмле, балалар яратып ашай. Әле икенсе бәпесем тыуҙы, оҙаҡламай алты айлыҡ була. Уны “Һөт кухняһы” эремсеге менән туҡландыра башланым. Алллергияһы ла юҡ, эсе лә ауыртмай, рәхәтләнеп ашайбыҙ.

 

Регина ДӘҮЛӘТОВА, Ҡыйғы районы:

– Баш ҡалала “Һөт кухня”һы барлығы, унда балалар һәм йөклө ҡатындар бушлай һәм сифатлы туҡлана ала тигәнде ишетеп кенә белә инек. Ә был аҙыҡтар үҙебеҙгә лә килеп еткәс, бик ҡыуандыҡ. Хәҙер беҙҙең балалар ҙа тәмле, үҙебеҙҙә етештерелгән һөт ризыҡтарын ашай. Ошондай мөмкинлек өсөн районыбыҙҙың барлыҡ ата-әсәләре исеменән республика етәкселегенә ҙур рәхмәт әйткем килә.

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас: