Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
11 Март 2022, 09:45

Призлы урын яулағандар

Награда 5 – 7 мартта Мәскәүҙә  тапшырылған.

Призлы урын яулағандар
Призлы урын яулағандар

5 – 7 мартта Мәскәүҙә Рәсәйҙең XIX Педиатрҙар съезы үткәрелде. Әйткәндәй, быйыл был ойошмаға 95 йыл тулды. Унда республиканың Балалар йорто иң яҡшы художество-тарихи очерк конкурсының  “Төбәк педиатрия хеҙмәтенең аяҡҡа баҫыу тарихы” номинацияһында призлы урын яуланы. “Балалар йорто: электән хәҙергә тиклем” темаһына очерк авторы – Республика балалар йорто баш табибы Рида Кадикова.

Еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы Рәсәйҙең XIX Педиатрҙар съезын асыу сараһында булды һәм унда Балалар йортона I дәрәжә диплом тапшырылды.

Быйыл Республика балалар йортона 78 йыл тулды. Был йылдарҙа ойошма 15 400 бала ҡабул иткән һәм уларҙы уңышлы дауалау, реабилитациялау, медик һәм педагогик коррекциялау, тәрбиәләү өсөн шарттар булдырылған, ойошманың матди-техник базаһы нығытылған.

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: