Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
14 Март 2022, 18:30

Ҡаты контроль кәрәк

Бөгөн ни бары һигеҙ муниципаль һәм 24 шәхси ойошма хужаһыҙ хайуандар мәсьәләһен көйләү буйынса саралар үткәрә.

Ҡаты контроль кәрәк
Ҡаты контроль кәрәк

14 мартта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге аҙналыҡ кәңәшмәлә һүҙ ҡарауһыҙ йөрөгән хайуандар мәсьәләһе хаҡында барҙы.

Андрей Назаров һуңғы ваҡытта ошо проблеманың ҡырҡыулашыуын, шул уҡ ваҡытта был хайуандарҙың кешеләргә һөжүм итеүе йышайыуын билдәләне.

- “Роспотребнадзор” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йыл һайын илдәге медицина ойошмаларына 400 мең тирәһе кеше мөрәжәғәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эттәрҙең һөжүм итеүе ҡай саҡ ҡайғылы тамамлана. Беҙҙә, республикала, хәлде яҡшы тип әйтеүе ауыр. Былтыр ғына медицина ойошмаларына эт тешләүе һөҙөмтәһендә ярҙам һорап биш меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт итте, - тине Премьер-министр.

Ҡарауһыҙ йөрөгән хайуандар мәсьәләһен хәл итеү тураһында ентекләберәк Ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин һөйләне.

- Улар тәү сиратта балалар, аҙ хәрәкәт иткән граждандар өсөн хәүеф уята һәм йыш ҡына күп юл-транспорт ваҡиғалары сәбәбенә әйләнә, - тине ул.

Ветеринария хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала 150 мең эт, 149 мең бесәй бар. Бынан тыш, алдан иҫәпләүҙәр буйынса, 50 меңдән ашыу берәҙәк хайуан иҫәпләнә.  

“Роспотребнадзор” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2021 йыл эсендә кешеләрҙең медицина ойошмаларына хайуандарҙан тешләнеү һөҙөмтәһендә мөрәжәғәт итеү осраҡтары теркәлгән. Бындай осраҡтарҙың 5394-е эттәр менән бәйле.

2018 йылда Дәүләт Думаһы тарафынан хайуандар менән эш итеү өлкәһендә мөнәсәбәттәрҙе көйләү өсөн хайуандарҙы һаҡлау, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм башҡалар маҡсатында “Хайуандар менән яуаплы эш итеү тураһында”ғы 498-се Федераль закон ҡабул ителгән.

Бөгөн ни бары һигеҙ муниципаль һәм 24 шәхси ойошма хужаһыҙ хайуандар һанын көйләү буйынса саралар үткәрә.

Кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса Премьер-министр муниципалитеттар башлыҡтарына һәм Ветеринария идаралығына бурыстар йөкмәтте.

- Ҡарауһыҙ йөрөгән хайуандар менән эш итеү буйынса килешеү төҙөгән ойошмаларға ҡаты контроль ойоштороу мотлаҡ. Бынан тыш, хужалары булғандарын теркәргә һәм иҫәп алып барырға кәрәк, - тине Андрей Назаров.

Фото: pravitelstvorb.ru

Ҡаты контроль кәрәк
Ҡаты контроль кәрәк
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: