2021 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан буйынса халыҡтың дөйөм миграция үҫеше 14 879 кеше тәшкил иткән. Сағыштырыу өсөн: 2020 йылда миграцияның кәмеүе күҙәтелгән – 4 956 кеше. Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шундай мәғлүмәт еткерҙе.
– Уҙған йылдың уртаһынан, һигеҙ йыл эсендә тәүге тапҡыр, халыҡтың миграция үҫешендә ыңғай динамика күҙәтелә, – тине Радий Хәбиров. – Төбәк хеҙмәт баҙарындағы ыңғай тенденция – иҡтисадыбыҙ торошоноң мөһим индикаторы.
Башҡортостандың Рәсәй субъекттарында Инвестиция мөхите торошо милли рейтингының тәүге биш төбәге иҫәбенә инеүе һәм инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, махсус иҡтисади зоналар, йылдам иҡтисади үҫеш биләмәләрен булдырыу хеҙмәт ресурстары сальдоһының төп факторҙары булды. Былар барыһы ла яңы эш урындары булдырыуға йоғонто яһаны. Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылда төбәктә 3 086 эш урыны булдырылған. Хеҙмәт күскенселәре йышыраҡ Өфөгә, Күмертауға, Нефтекамаға, Октябрьскийға, Стәрлетамаҡҡа, шулай уҡ Дүртөйлө, Иглин, Краснокама, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Өфө райондарына эшкә бара.
Был йәһәттән тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Кеше потенциалын өйрәнеү үҙәге төп ғилми хеҙмәткәре Гөлдәр Әхмәтова фекерҙәре менән уртаҡлашты.
– 2021 йыл һөҙөмтәләре беҙҙең республика өсөн сифат яғынан яңы миграция хәлен күрһәтте. Беренсенән, Башҡортостанда был йәһәттән үҫеш күҙәтелә. Әйтәйек, әгәр һигеҙ йыл элек миграция сальдоһы яҡынса 2,8 мең кешегә тиң булһа, 2021 йылда - 14,8 мең самаһы. Икенсенән, әгәр быға тиклем ыңғай миграция үҫеше халыҡ-ара миграция арҡаһында ғына теркәлһә, уҙған йылда беҙҙең республикала тәүге тапҡыр төбәк-ара миграция, йәғни Рәсәй төбәктәре менән миграция ыңғай роль уйнаны. Был хәл Башҡортостан өсөн ҙур яңылыҡ, һуңғы тиҫтә йылдар дауамында ул һәр ваҡыт Рәсәй эсендәге миграция алмашыныуының кире күрһәткестәренә эйә булды.
Республиканың ниндәй биләмәләре миграция үҫешенә ҙур өлөш индерҙе? Башлыса, ҡала ере. Республиканың бөтә ҡала округтары ла тиерлек (Ағиҙел һәм Сибайҙан тыш), шулай уҡ ҡала биләмәләренең яртыһы тиерлек - район үҙәктәре уҙған йылды миграцияның ыңғай һөҙөмтәһе менән тамамланы. Баш ҡала янында урынлашҡан өс муниципаль районда – Өфө, Шишмә һәм Иглинда ошондай хәл күҙәтелә.
Беҙҙең ҡарашҡа, уҙған йылда Рәсәй эсендәге миграцияның ыңғай һөҙөмтәһен формалаштырыуҙа урындағы власть органдары Эске эштәр министрлығының миграция хеҙмәте менән берлектә муниципаль берәмектәрҙә теркәлмәйенсә йәшәгән йәки белем алыу, эшкә урынлашыу маҡсатында йә башҡа сәбәптәргә бәйле килгән Рәсәй граждандарын теркәүгә ҡуйыу буйынса берҙәм эшмәкәрлеге лә мөһим роль уйнаны.
Фото Г. Әхмәтованың шәхси архивынан.