Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
15 Март 2022, 09:34

Һикәяҙ – 15 ауыл исемлегендә

Дыуан районы хакимиәтенән.
Фото:Дыуан районы хакимиәтенән.

Ошо көндәрҙә Дыуан районының Һикәяҙ ауылында “Айыҡ ауыл” республика конкурсы нигеҙендә “Ҡышҡы һабантуй” спорт КВН-ы булды.

Уйында Озеро һәм Һикәяҙ ауылдарынан командалар ҡатнашты. Ҡатнашыусылар тәүге этапта үҙҙәрен ҡыҙыҡлы форматта таныштырырға тейеш ине. КВН “Разминка”, “Физкультура минуты” һәм “Өй эше” кеүек этаптарҙан торҙо. Командалар “Ҡар артынан”, “Ямсы, аттарҙы ҡыума”, “Керлинг”, “Маҡсат – быйма ташлау”, “Скандинавса йөрөү” һәм “Арҡан тартышыу” кеүек ярыштарҙа ла үҙҙәрен әүҙем күрһәтте.

Район сәнғәт һәүәҫкәрҙәренең ижади коллективтары сығыштары байрамдың сағыу биҙәге булды. Ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле рус са­мауырҙары коллекционеры Владимир Мешавкин менән Татьяна Пестереваға баҡыр самауырҙар бүләк итте. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы самауыр сәйе менән һыйланылар.

Мәғлүм булыуынса, 2020 йылда Һикәяҙ ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабының финалына үткән 15 ауыл исемлегенә ингән. Улар әүҙем, сәләмәт тормош яҡлы.

 

Г. САЛАУАТОВА.

Читайте нас: