Хәҙерге ҡатмарлы иҡтисад шарттарында эш эҙләүе һәм күңелеңә ятҡан һөнәрҙе табыуы ауыр. Республикала сит илдәр ҡатнашлығындағы предприятиеларҙың бер-бер артлы ябылыуын ишетәбеҙ, яҡындарыбыҙҙың яҙмышын уйлап борсолабыҙ, уйланабыҙ. Унда эшләгән меңәрләгән хеҙмәткәрҙәр ҡайҙан эш табыр икән? Эшһеҙҙәрҙе ниндәй ауырлыҡтар көтә?
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Башҡортостан Хөкүмәтенең “Бәйләнештә” селтәрендә тура эфирҙа ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирҙе. Был мәсьәләләрҙең һәр ғаиләгә ҡағылыуы һәм ҡыҙыҡһындырыуы ихтимал.
– Әлегә хеҙмәт баҙарындағы хәл сағыштырмаса тотороҡло, тыныс. Беҙ хәлде даими контролдә тотабыҙ, көрсөккә ҡаршы план төҙөйбөҙ. Бер предприятие ла ликвидация, штатты ҡыҫҡартыу тураһында һүҙ сығарманы бит әле, бары сауҙа компанияларының, туҡланыу предприятиеларының эшмәкәрлеген бер нисә айға туҡтатып тороуы, ялға ебәреүе хаҡында ишетәбеҙ. Хеҙмәт кодексы буйынса, эштән туҡталыу осоронда тариф ставкаһының, окладтың өстән ике өлөшөнән дә кәм булмаған күләмендә эш хаҡы түләнергә тейеш. Хеҙмәткәрҙең эш хаҡы һаҡланмаған көйөнә ялға китеүе дөрөҫ түгел. Тағы ла өсөнсө вариант бар – штатты ҡыҫҡартыуға бәйле эштән бушатыу. Беренсе вариант барыһынан да элек ысынбарлыҡҡа яҡыныраҡ,– тип белдерҙе Ленара Иванова. – Шулай ҙа мәсьәләнең ҡатмарланып китмәүе өсөн бөтә сараларҙы күрәбеҙ, бына ике аҙна инде хеҙмәт баҙарына ҡағылған бөтә мәғлүмәтте туплайбыҙ, кем бөгөн ситтән тороп эшләй, кем эш эҙләй, кем эштән киткән – барыһы хаҡында ла хәбәрҙарбыҙ. Илдә “Работа в России” порталы эшләүен күптәр беләлер, ул - бөтә төбәктәрҙе үҙ эсенә алған хеҙмәт баҙары картаһы. 2022 йылдың 1 ғинуарынан бөтә эш биреүселәр (эшсе һаны 25-тән артҡан хәлдә) мотлаҡ унда вакансияларҙы урынлаштырырға тейеш, ә эш эҙләүселәр ҡайҙа, кем булып эшләргә теләген белдереп, резюме ебәрә.”
Министр хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙоу һәм башҡа мәсьәләләр буйынса һорауҙар буласағын яҡшы аңлай. Республика халҡы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының “ҡыҙыу бәйләнеш”енә 9 сәғәттән 21 сәғәткә тиклем шылтырата ала: 7(347) 277-87-02. Бынан тыш, республикала “Объясняем.Башкортостан” электрон ресурсы эшләй, халыҡ үҙен борсоған һорауҙарын бирә ала.
Әлеге ваҡытта республика вакансиялар банкында 48 мең вакансия бар. Хеҙмәт хаҡы йәшәү минимумынан юғары булған вакансиялар 97 процент тәшкил итә. Хеҙмәт баҙары, яңы эш урындары тураһында төплөрәк яҙма менән “Башҡортостан” гәзитенең йома һанында таныша алаһығыҙ.
Фото: "Башинформ".