“Чистотел” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы егеттәре бик кәрәкле эш менән мәшғүл: улар сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында мунса төҙөй, хеҙмәттәр бушлай күрһәтеләсәк.
Бында күрше район һәм ҡалаларҙан да килеп, хеҙмәттәрҙән файҙалана алалар. Аҙ хәрәкәтләнеүсән кешеләрҙе килтереү ойоштороласаҡ. Был - “Чистотел”дың икенсе проекты. Беренсеһе Өфөләге Шакша биҫтәһендә урынлашҡан.
Ойоштороусылар ошо көндәрҙә бина алып, уны ремонтлауға тотондо. Берәҙәктәр өсөн айырым пар бүлмәһе асыласаҡ. Урамда ҡалған йорт-ерһеҙҙәр өсөн ҡунып сығыу бүлмәһе булдырырға уйлайҙар. Үҙәктә шулай уҡ башҡа ярҙам да күрһәтеләсәк, тамаҡ ялғарға, йыуынырға, сәс ҡырҡтырырға мөмкинлек буласаҡ. Ойошманың директор урынбаҫары Владислав Нуретдинов әйтеүенсә, улар шулай уҡ документтарҙы тергеҙергә, эшкә урынлашырға ярҙам итәсәк.
Фото: shuvalov-dvor.ru