Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
15 Март 2022, 09:33

Сәләмәт йәшәү – үҙе бәхет

Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Мәсетле районында “Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһалды. Конкурста 25 ауыл ҡатнашты. Һәр береһендә эскелеккә ҡаршы төрлө иҫкәртеү саралары үткәрелде, ауыл халҡы араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау эштәре алып барылды, рейдтар уҙғарылды, алкоголгә, тәмәкегә, наркотиктарға бәйлелектән яфаланғандарға ярҙам күрһәтеү һәм башҡа саралар ойошторолдо. Конкурсҡа ярашлы волейбол, баскетбол, хоккей буйынса спорт турнирҙары, “Сәләмәт йәшәү – үҙе бер бәхет” район фестивале, фольклор байрамдары, хоҡуҡ дәрестәре һәм башҡа саралар үтте.

Ойоштороу комитеты ағзалары ҡатнашыусыларҙың эштәрен даими баһалап торҙо. Комитет составына Мәсетле районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе һәм ағзалары Марат Әхмәтшин, Илнур Вәлиев һәм Анфиса Ишмөхәмәтова инде. Улар, ауылдар буйлап йөрөп, социаль селтәрҙәргә байҡау яһап, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән эшмәкәрлек менән танышты. Күҙәтеүҙәр буйынса, был саралар бушҡа  үтмәне, һөҙөмтәләр һиҙелерлек.

Коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе янағанға күрә, “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсының муниципаль этабына онлайн тәртибендә йомғаҡ яһалды. Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне: “Сәләмәт, айыҡ тормош рәүешен хәстәрләү һәр саҡ көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Эскелек бер кемгә лә яҡшылыҡ килтермәй. Беҙ сәләмәт балалар үҫтереү, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалыу өҫтөндә төрлө яҡлап эш алып барабыҙ, ә улар айыҡ, матур йәшәү һөҙөмтәһендә генә тормошҡа ашырға мөмкин”.

Урындағы башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Марат Әхмәтшин ауыл биләмәләрендә айыҡ тормош тематикаһы буйынса күләмле эш үткәреүҙәре хаҡында бәйән итте. “Мәсетлеләр үҙ тәжрибәһендә сәләмәт тормошто данланы, эскелекте хурланы. “Йәшел йылан”һыҙ ҙа күңел асырға була икәнен иҫбатланы. Бары айыҡ тормошта ғына киләсәк бар. Сәләмәт кеше хөрмәтле, ҡәҙерле, ҡиммәтле. Был – иң ҙур бәхет, һәм был донъяла һәр кемдең бәхетле йәшәргә хаҡы бар”, – тине ул.

Артабан еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Беренсе урынды һәм 30 мең һум премияны Яңы Мишәр ауылы яуланы. Нәҡ улар ҙур саралары менән хайран ҡалдырҙы. Бында башҡорт йолаларын бәпләп һаҡлайҙар. Мәҫәлән, Хановтар йортондағы ҡаҙ өмәһе барышында “Иң оҫта ҡаҙ йолҡоусы” һәм “Иң оҫта ҡаурый һыҙырыусы” ярыштары ойошторолдо. Латиповтар ғаиләһендә үткән һуғым һуйыу йолаһы ла күптәргә оҡшаны. Билмән байрамы ла гөрләп уҙҙы. “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы ГТО, бәйгеләр ойошторолдо. Төрлө үҙенсәлекле флешмобтар – “Мин тартмайым, ә һин?”, “Хәмер эсмәй башҡорт, сәй эсә!”, “Билмән бум” күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте.

Ауыл халҡы талантлы һәм тырыш, сәмле булып сыҡты, сәләмәт тормош алып баралар. Айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса ла бик күп эш башҡаралар. Шулай итеп, Яңы Мишәр ауылы республика кимәлендәге “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсында район исеменән сығыш яһаясаҡ. Икенсе урынды Һабанаҡ ауылы яуланы һәм 20 мең һум премия менән бүләкләнде. 15 меңлек сертификат иһә өсөнсө урынға сыҡҡан Буртаковка ауылына тапшырылды. “Иң дәртле ауыл” номинацияһында Тимербай ауылы еңеүсе тип табылды, “Ижади ауыл” номинацияһында иһә Кесе Ыҡтамаҡ еңеү яуланы. Уларға етешәр мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылды.

 

А. ИШМӨХӘМӘТОВА.

Читайте нас: