Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
17 Март 2022, 21:30

"Бындай заманса хоспис илдә юҡ әле"

Радий Хәбиров: "Ҡаты сирле өлкәндәр һәм балалар өсөн бында барлыҡ шарттар булдырыласаҡ".

"Бындай заманса хоспис илдә юҡ әле"
"Бындай заманса хоспис илдә юҡ әле"

17 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш ҡалалағы мөһим төҙөлөш объекттарының береһендә булды - өлкәндәргә һәм дауалап булмаған сирле балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү хосписын ҡараны.

Объект Өфөнөң көньяғында төҙөлә. Бинаның дөйөм майҙаны – 13 мең квадрат метр тирәһе.

“Башгражданстрой” тресы генераль директоры Марат Әхмәҙуллин төҙөүселәрҙең эштең яртыһын тиерлек атҡарыуы хаҡында һөйләне. Корпустар һәм административ биналар әҙер инде. Тәҙрә конструкцияларын, ҡыйыҡты, тышҡы яҡтыртыуҙы монтажлағандар. Эске ҡара эштәр тамамланған, иҙән түшәлгән. Газ ҡаҙанлығын монтажлағандар, йылылыҡ бирелгән. Биләмә иһә өлөшләтә төҙөкләндерелгән. Хәҙер хоспистың таҙа биҙәлешенә күсмәкселәр.

517,7 миллион һумлыҡ төҙөлөш-монтаж эштәре (ҡоролмаларҙы һатып алыуҙы иҫәпкә алып) атҡарылған. Өфө хосписы төҙөлөшө дөйөм хаҡы бер миллиард һум тип баһалана. Стационар 60 урынлыҡ, уларҙың 20-һе – балалар өсөн. Ата-әсәләр һәм туғандар өсөн айырым ҡунаҡ бүлмәләре ҡаралған. Ойошма биләмәһендә ял итеү, балалар өсөн адаптив майҙансыҡтар барлыҡҡа киләсәк.

Өфө ҡалаһының Инвестиция-төҙөлөш комитеты генераль директоры Марат Вәсимов хосписта уңайлы мөхит, йылылыҡ булдырырға тырыша. Был кеше үҙенең һуңғы көндәрен ауыртыныуҙан ҡурҡмай, туғандары, яҡындары менән аралашып үткәрә аласаҡ.

Республика һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин белдереүенсә, буласаҡ хоспис өсөн паллиатив ярҙам акценты менән хеҙмәткәрҙәрҙе әҙерләүгә тотонғандар ҙа инде.

***

Радий Хәбиров өлкәндәр һәм балалар өсөн палаталарҙың эске биҙәлеше проекттарын баһаланы, материалдар өлгөләрен ҡараны. Республика етәксеһе бында иң сифатлы материалдарҙың, иң яҡшы ҡоролмаларҙың ғына файҙаланылырға тейешлеге хаҡында әйтте.

- Беҙҙә уникаль проект буйынса матур һәм заманса хоспис килеп сыға, ундайҙар Рәсәйҙә юҡ әле. Ул үҙенә күрә берәү генә. Һәм киләсәктә беҙ был проектты башҡа төбәктәр менән бүлешергә уйлайбыҙ, - тине Радий Хәбиров. – Бында ҡаты сирле өлкәндәр һәм балалар өсөн барлыҡ шарттар булдырыласаҡ. Уларҙы хәстәрлек, изгелек, йылылыҡ менән уратып аласаҡтар. Хосписҡа кешеләр бик ауыр хәлдә килә. Ҡайһы берҙәре өсөн уның һуңғы йәшәү урыны булыуы ихтимал. Балаһы эргәһенән бер нисә минутҡа ла китә алмаған әсәйҙәрҙең ул-ҡыҙын белгестәр ҡарамағына ҡалдырыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк һәм үҙҙәре бер аҙ ял итеп аласаҡ. Был объектҡа барлыҡ күңелен һалған төҙөүселәргә рәхмәт белдерәм. Хоспис төҙөлөшөнә аҡса күсергәндәргә ҙур рәхмәт. Барыһы ла кире ҡайтасаҡ. Ә беҙ мотлаҡ төҙөлөштө тамамлаясаҡбыҙ.

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: