Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
17 Март 2022, 18:30

Етемдәргә торлаҡ нисә йәштән ҡаралған?

Был йәһәттән Башҡортостанда хәлдәр нисек?

Етемдәргә торлаҡ нисә йәштән ҡаралған?
Етемдәргә торлаҡ нисә йәштән ҡаралған?

Башҡортостанда 11614 етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған бала йәшәй. Уларҙың 7565-е (65 процент) торлаҡҡа мохтаж тип танылып, сиратта тора.

Был һандар 2022 йылдың башына ҡарата, тип хәбәр итә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Закондарға ярашлы, етем балалар 14 йәшенән торлаҡҡа сиратҡа баҫа һәм бәлиғ булғандан һуң уны алыу хоҡуғына эйә була. 2020 йылда 805 ошондай кеше өй туйлаһа, 2021 йылда 762 кеше теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта үҙенә тәғәйенләнешле “квадрат”ын ала алмаған етем балалар күбәйә. Был барлыҡ төбәктәр өсөн дә хас күренеш икән. Мәҫәлән, 2021 йылдың 1 ғинуарына уларҙың һаны Башҡортостанда 4535 кеше тәшкил итһә, 2022 йыл башына был һан биш меңдән ашҡан.

Фото: smolensk.ldpr.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: