Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһен үтәү йөҙөнән Республиканың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса оператив штаб ойоштороу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы һәм уның тәүге ултырышын үткәрҙе.
Штаб составына төбәк Хөкүмәте ағзалары, профилле министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәре, район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, шулай уҡ ҡайһы бер ойошмаларҙың вәкилдәре инде. Штабҡа республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселек итә.
Мәсьәләләрҙе йылдам хәл итеү өсөн оператив штаб составында ил Президентының “Рәсәй Федерацияһында социаль-иҡтисади тотороҡлоҡто һәм халыҡты яҡлауҙы тәьмин итеү буйынса саралар тураһында"ғы указы менән билдәләнгән эшмәкәрлектең аныҡ йүнәлештәре буйынса проект офистары ойошторола. Уларға республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары етәкселек итә.
Оператив штаб ултырыштары аҙнаһына ике тапҡыр уҙғарыла.
– Илебеҙҙә әлегә тиклем бындай хәлдең булғаны юҡ ине. Шуға күрә эшебеҙҙең структураһын һәм характерын үҙгәртергә тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ошо оператив штаб санкцияларға ҡаршы көрәштә һәм иҡтисади тотороҡлолоҡто һаҡлап ҡалыуҙа беҙҙең төп идара итеү ҡоралы буласаҡ.
Фото: glavarb.ru/rus/press
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press